Хеҙмәттәшебеҙҙең гуманитар ылау менән оло юлға йыйыныуын ишеткәс, һис тә ғәжәпләнмәнек. Сөнки «Сәләм» каналында ай һайын сығарыла килгән махсус хәрби операция яугирҙары тураһындағы «Ил һағында» тапшырыуының авторы, алып барыусыһы Хәнә Мәҡсүтованың ҡасан да булһа, бындай ҡыйыу аҙымға барасағын һиҙенә инек. Егеттәргә гуманитар йөктө тапшырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас та, коллегабыҙҙы редакцияға саҡырҙыҡ.
- Хәнә Әхмәт ҡыҙы, һеҙҙең бындай ҡыйыу аҙымығыҙ менән һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Нисек йөрөп ҡайттығыҙ?
- Аллаға шөкөр, бик яҡшы йөрөп ҡайттыҡ. Юлдашым, махсус хәрби операция ветераны Дамир Ниғмәтуллин менән дүрт көн эсендә дүрт мең саҡрым юл үттек. Юл ғазабы - гүр ғазабы тиһәләр ҙә, алыҫ юл беҙгә еңел бирелде.
- Ни өсөн ул яҡҡа юлланырға булдығыҙ?
- «Сәләм» каналын яратып ҡараусы дуҫтарыбыҙ Ишембай телевидениеһы ай һайын «Ил һағында» исемле илһөйәр рухтағы тапшырыуҙы эфирға сығарыуын белә. Унда беҙ Тыуған илде, Ватанды һаҡлаусылар, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарбыҙ тураһында һөйләйбеҙ. Был яҡташтарыбыҙҙың батырлығын халыҡҡа күрһәтеү, исемдәрен мәңгеләштереү өсөн уйлап сығарылған проект. Халыҡ тапшырыуҙы бик яратып ҡабул итте, әлеге мәлдә биш сығарылыш донъя күрҙе. Ниңә ул яҡҡа юлландың тигән һорауға мин Мостай Кәримдең шиғырындағыса «Күркәләнеп сығып киттем, ергә лә
теймәй табан» кеүек түгел, ә күңел талабы буйынса барҙым. Теләгем дә изге - «Ил һағында» проектының авторы, журналист булараҡ, геройҙарымдың үткән юлдарын
үҙ күҙҙәрем менән күреү, уларға, хәрби иптәштәренә ярҙам ҡулы һуҙыу булды. Бер тапшырыуымдың геройы - Ишембай районының Бәләкәй Байыҡ ауылы егете
«Шаман» ҡушаматлы яҡташыбыҙ менән осрашырға ла тейеш инек. Әммә билдәле
сәбәптәр арҡаһында күрешеп булманы. “Шаман” алғы һыҙыҡта хәрби заданиенан ҡайтып өлгөрмәгән ине. Алла бирһә, тыныс тормошта күп тапҡырҙар осрашырбыҙ әле, иҫән-һау ғына йөрөһөндәр!
- Яугирҙар менән осрашыу нисек үтте?
- Беҙҙең ылауҙы ҡаршыларға сығыштары менән Пенза өлкәһенән булған ике егет сыҡты. Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, өс йыл инде Ватанды һаҡлап, алғы һыҙыҡта йөрөйҙәр. Беҙ Курскиға туҡтаныҡ, бер сәғәт элек телефондарҙы һүндерергә ҡуштылар. Сөнки беҙҙе һауанан «ҡоштар» күҙәтеүе бик ихтимал ине. Эңер төшөп, күҙ бәйләнгәс, Курскиҙағы бер ташландыҡ завод алдында ғына осраштыҡ. Баҡтиһәң, гуманитар ярҙам менән сыҡҡан ылауҙы теге яҡ спутниктан күреп тора икән. Йөктө бушатҡан саҡта шартлатыу осраҡтары ла булған. Алғы һыҙыҡҡа күп тә ҡалмағайны инде. Дамир Ниғмәтуллинға, уның ғаиләһенә ныҡ рәхмәтлемен. Услап тигәндәй һәр бер ауылдан йыйған ярҙамды бөтөн килеш яугирҙарға тапшырҙы. Ә унда нимәләр генә юҡ! Медикаменттар, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, ойоҡбаштар, башҡа кәрәк-яраҡтар. Бына шунда беҙҙең халыҡтың берҙәмлеге, дуҫлығы күренә. Пенсионерҙарыбыҙ аҡса йыйған, һәр бер ауыл йәшниктәргә тултырып, ауылдарҙың исемдәрен яҙып ебәргән, балалар яҙған хаттар...
Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға, Ишембай халҡына шуны еткергем килә. Әлбиттә, һәр кем үҙенең ихлас йөрәктән йыйып ебәргән ярҙамының барып еткәненә инанғыһы килә. Күп осраҡта егеттәрҙән видеолар һорайҙар. Унда һәр минут, һәр секунд ҡәҙерле. Бигерәк тә гуманитар ылауҙы тапшырған ваҡыт хәүефле. Ошо үлем һағалаған мәлдә, баш осонан туҡтауһыҙ «ҡоштар»
күҙәткән ваҡытта посылкалар өсөн рәхмәт
көтөп ултырыу урынһыҙ. Беҙҙе ҡаршы
алған яугирҙар ихлас йөрәктән рәхмәт
әйттеләр. Был уларҙың ҡарашында,
күҙҙәрендә беленә ине. Алла бирһә, ирегеттәребеҙ ҡайтырҙар, рәхмәттәрен
әйтерҙәр. Ә әлегә уларҙың унда һәр минуты ҡәҙерле, мин үҙем күреп инандым.
Беҙ гуманитар ылауҙы тапшырғандан
һуң, 1-2 сәғәт үтеүгә үк ярҙамыбыҙ барып
етеп, яҡташтарға таратып бирелде, тигән хәбәр алдыҡ. Икенсе көндө «Шаман» да
бәйләнешкә сыҡты. Күҙ йәштәре аша бөтә
Ишембай халҡына рәхмәттәрен белдерҙе.
- Ғөмүмән, егеттәрҙең кәйефтәре нисек?
- Алдан әйтеүемсә, Пенза егеттәре ҡаршы алғайны. «Трудовик» ҡушаматлы
старшина менән аралашып өлгөрҙөм.
Үҙе йәш кенә булһа ла, ғаиләһе бар икән.
Егеттәрҙең кәйефтәре көр, тормошҡа һис
тә зарланмайҙар. Алғы һыҙыҡта хәлдәр
нисек тигән һорауыма йылмайып ҡына
«Түҙерлек! Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта
буласаҡ», - тип яуап бирҙеләр. Шуға тағы
бер тапҡыр гәзит уҡыусыларға өндәшәм,
әйҙәгеҙ, яҡташтарыбыҙҙы ярҙамдан
ташламайыҡ. Һеҙҙең һәр тинегеҙ, һәр
бәйләгән йылы ойоҡбаштарығыҙ еңеүҙе
мотлаҡ яҡынайта.
- Юлда барғанда, ҡалаларҙы үткәндә
нимәләр иҫтә ҡалды?
- Көҙҙөң бик матур мәлендә, көндәр
эҫе, ҡояшлы торғанда барҙыҡ. Беҙ
барған саҡта ашыҡһаҡ, ҡайтҡанда, бер
аҙ ҡалаларҙы туҡтап ҡарау форсаты булды. Тамбов ҡалаһының бик боронғо ҡала
булыуына иғтибар иттем. Воронеж, Липецк матур, төҙөк ҡалалар. Һәр ерҙә лә
тигеҙ юлдар. Рәсәйҙең ни тиклем матур,
киң булыуына һоҡланып ҡайттым. Әммә
иң тетрәндергәне Пензала булғандыр.
Белеүебеҙсә, өлөшләтә мобилизация
башланғас, өс батальон - беҙҙең Ишембай районы егеттәре Пензаның Спорт
һарайында ике ай буйына хәрби әҙерлек
үткән. Ҡайтҡан саҡта ошонда туҡталып
ҡарап киттек. Уларҙың стадионда теҙелеп
баҫып тороуҙары күҙ алдыма килде. Яугир Артур Хәсәнов та «Кейек ҡаҙ юлдары» йыры менән егеттәрҙе тап ошонда
дәртләндереп йырлап торған.
- Ошо сәфәр һеҙҙе үҙгәрттеме?
- Адреналин етмәне тиһәм дә була.
Мин алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етеп,
егеттәр менән бергә һалдат һурпаһын
ашап, уларҙың хәлдәрен белешеп,
блиндажда ултырырға хыялланғайным.
Күңелем шул яҡҡа тартылып тик тора.
Хәҙер ашаған, көлгән саҡта ла күҙ алдымда яугирҙарыбыҙҙың, ғаиләһен һағынған,
миңә эс-серҙәрен асып һалған йәш кенә
старшинаның күҙ-ҡарашы тора. Уларға
ярҙам итеү теләгем тағы ла көсәйҙе.
Сәфәрем дүрт көнлөк кенә булһа ла, тормошто ҡәҙерләргә өйрәтте. Егеттәр йөктө
бушатҡан саҡта Курск ҡалаһында йәшәгән
ир менән һөйләшеп торҙом. Бында тормош һәүетемсә дауам итә. Мәктәп, дауаханалар эшләй, хатта төнгө клубтар ҙа асыҡ.
Тормош беҙҙе барыһына ла өйрәтте. Һеҙ
унда тыныс көндәрҙең ҡәҙерен белегеҙ,
тине ул миңә.
Мине оҙатып ҡалған дуҫтарыма,
туғандарыма, балаларыма, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловҡа,
«Ишембай телевидениеһы» журналистары, «Торатау» гәзите редакцияһы
коллективына рәхмәт белдерәм. Барып
ҡайтам, тип әйткәс тә, барыһы ла минең
был теләгемде хупланы. Йәһәт кенә аҡса
йыйылышып, посылкалар әҙерләй башланылар. Газ баллондары, аҙыҡ-түлек,
тәм-томдар, яугирҙар тураһындағы
мәҡәләләр сыҡҡан гәзиттәрҙе һалып
ебәрҙеләр. Әйткәндәй, яҡташтар беҙҙең
сюжеттарҙы ҡарап, гәзиттәрҙе уҡып бара.
Ҡыҙҙар ебәргән «Восход» менән «Торатау»
гәзиттәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ,
тип яҙҙылар.
Һәм форсаттан файҙаланып, юлдашым, мине ошо алыҫ сәфәргә дәртләндереп алып сыҡҡан, миңә ышаныс белдергән Дамир Ниғмәтуллинға мең рәхмәтлемен. Асыҡ күңелле, бик иғтибарлы, ярҙамсыл егет. Минең «Ил һағында» тапшырыуымдың геройы ул. Оҙон юлда һәйбәт юлсы ла! Ә барлыҡ гәзит уҡыусы, телевизор ҡараусы дуҫтарыма иң изге теләгем - иҫән-һау һәм бер-беребеҙгә мәрхәмәтле булайыҡ. Тормошто яратайыҡ. Изге эштәр ҡылып йәшәйек. Ғүмер берәү генә бит! Уны бушҡа үткәрмәйек. Барығыҙҙы ла яратам, хөрмәт итәм!
«Шаман» ҡушаматлы яугирҙан СМС-хәбәр:
«Үҙемдең ҡайнар һағынышлы сәләмдәремде яҡташтарыма - Ишембай халҡына ебәрәм. Беҙҙе - Башҡортостан егеттәрен онотмай, кәрәк саҡта ярҙам ебәреүегеҙ өсөн, ошо гуманитар ылауҙы килтереп еткереүсе Дамир ҡусты Ниғмәтуллинға, шулай уҡ беҙ яратып ҡараған Ишембай телевидениеһы журналисы Хәнә Мәҡсүтоваға оло рәхмәтлебеҙ. Минең менән бергә хеҙмәт иткән яҡташтарҙан, Пенза, Ульяновск егеттәренән һеҙгә ҙур ҡайнар сәләм. Беҙҙе көтөгөҙ, еңеү менән ҡайтып етербеҙ!»
Фотолар Х.Мәҡсүтованың шәхси архивынан.