Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк, уртаҡ эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим йүнәлеше – МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, тип билдәләгәйне.
- Һәр беребеҙ ошо ваҡытта иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтеп, Ватан һағында тороусыларға ярҙам итергә бурыслы. Рәсәйҙең күп милләтле халҡы ошо осорҙо берҙәмлектә һәм татыулыҡта үткәреп ебәрер, тип ышанам, - тине бер сығышында Радий Фәрит улы.
Диңгеҙ тамсылап йыйыла
Ишембай ҡалаһы һәм районында гуманитар ярҙам йыйыуҙа белем биреү учреждениелары ла әүҙем ҡатнаша. Быны балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, колледждар һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы студенттары миҫалында күрергә була. 5 сентябрҙә, Халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнөндә, юғары уҡыу йорто етәкселеге махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү акцияһын иғлан итте. Был башланғысҡа барлыҡ курс студенттары ихлас ҡушылды һәм биш көн эсендә кәрәкле әйберҙәр тупланы.
- Беҙ, кем 50 һум, кем 100 һум аҡса тапшырып, яугирҙарға медикаменттар, шәхси гигиена әйберҙәре, йылы нәскиҙәр, аҙыҡтүлек һатып алдыҡ. Һалдаттарҙың тәм-том яратҡанын беләбеҙ, шуға ла уларға сәйгә кәнфит, печенье ебәрәбеҙ, - тип ихлас уртаҡлашты өсөнсө курс студенты Катя Гнездилова. – Был акцияның төп өлөшө булып “Һалдатҡа хат” сараһы торҙо – студенттар яугирҙарға рәхмәт белдереп һәм еңеүҙәргә дәртләндереп хаттар яҙҙы.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы директоры Дим Хөснөтдинов белдереүенсә, уҡытыусылар һәм студенттар быға тиклем дә ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улар яугирҙарға бензобысҡы, блиндаждар төҙөү өсөн инструменттар, эвакуация носилкалары һәм башҡа күп төрлө кәрәк-яраҡтар ебәргән. Шуны билдәләү мөһим, ошо юғары уҡыу йортон тамамлап, әлеге мәлдә алғы һыҙатта хеҙмәт итеүселәргә студенттар уҡытыусылар менән берлектә копторҙар эшләй. Улар элекке студенттарға шәхсән адресланған.
“Шатун” менән дә таныштыҡ
Студенттар әҙер посылкаларҙы “Шатун” ҡушаматлы яугир аша тапшырырға тейеш ине. Егеттәр һәм ҡыҙҙар тәүҙә уның менән осрашыу ойоштороп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап алды. “Шатун” йәки күп балалы атай булараҡ хеҙмәттән запасҡа бушатылған яугир Дамир Ниғмәтуллин һөйләшелгән ваҡытҡа килеп тә етте. Әлеге мәлдә ул Башҡортостан Республикаһы буйынса МХО ветерандары ассоциацияһының Ишембайҙағы бүлексәһе етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта яҡташыбыҙ ҡала биләмәһе Советы депутаты һәм муниципаль район хакимиәте башлығының хәрби һорауҙар буйынса кәңәшсеһе вазифаларын үтәй. Дамир Ғайса улының биографияһына килгәндә, ул 1993 йылдың 30 апрелендә Этҡол ауылында тыуған. Мәктәптән һуң ҡаланың 21-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Армия хеҙмәтенә саҡырыла, тәүҙә Чита ҡалаһында дүрт ай хәрби күнекмәләр үтә. Артабан Бүрәт Республикаһының Кахтя ҡалаһына, һуңынан Алыҫ Көнсығышҡа Оловянный ҡалаһына танк ғәскәрҙәренә йүнәлтелә. Армия хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң ғаилә ҡора һәм ҡалала водитель булып эшләй.
2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас, Дамир Ниғмәтуллин да ҡулына повестка ала һәм хәрби комиссариатҡа бара. Ул хәрби күнекмәләрҙе Пензала артиллерия училищеһында үтә. “Шатун” 2023 йылдың октябренә тиклем штурм батальонында пулеметсы булып хеҙмәт итә һәм Луганск Халыҡ Республикаһының мәнфәғәтен яҡлай.
“Һорау-яуап” форматында үтте
“Шатун” ҡушаматының барлыҡҡа килеүе студенттарҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
- Элек ауылдарҙа һәр кешенең тиерлек ҡушаматы булған. Атайым яғынан олатайым, Әйүп Мәлик улы Ғәлләметдинов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Берлинғаса барып еткән. Ысынлап та олатайым кәүҙәгә елле һәм көслө булған. Ауылдаштары уны “Шатун” тип йөрөткән, - тип һүҙ башланы яҡташыбыҙ. – Шуға ла махсус хәрби операция зонаһында мин үҙемә “Шатун” ҡушаматын алдым. Олатайымдан ҡалған был исем миңә көс, дәрт өҫтәне.
- Мобилизацияға тиклем һеҙ ниндәй кеше инегеҙ? Һәм хәҙер ниндәйһегеҙ? – тигән һорау яңғыраны аудиториянан.
- Дөрөҫөн әйткәндә, мобилизацияға тиклем бер кеше инем, унан һуң бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем мин донъяға еңел ҡарағанмын, тормош ҡиммәттәре тураһында уйланмағанмын. Сватово-Макеевка йүнәлешендә беҙ штурмға 5-10 көнгә сыға торғайныҡ, унан оҙағыраҡ тотҡарланған саҡтар ҙа булды. Алыштарҙа йыш ҡына атай-әсәйемде һағынып иҫкә төшөрҙөм. Хатта бер саҡ әсәйемә яңылыш ҡаты итеп өндәшкәнемә үкенеп тә ҡуйҙым. Бына йортома ҡайтырмын, ҡатынымды һәм балаларымды ҡосаҡлап алырмын, тип йыш ҡына күҙ алдына килтерҙем, - тип уртаҡлашты “Шатун”. – Унда, алғы һыҙатта, тормошто һәм Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе ҡәҙерләргә өйрәнәһең һәм бөгөнгө көн менән йәшәйһең. Ҡаҡшамаҫ һалдат дуҫлығын да телгә алып үтер инем. Мәҫәлән, мин бер окопта
алышҡан хәрби дуҫтарым өсөн йәнемде бирергә әҙер булдым һәм уларҙың да шулай эшләйәсәгенә шигем юҡ ине. Һәм, әлбиттә, рухи төшөнкөлөккә бирелмәнек, бер-беребеҙ менән йыш аралаштыҡ, хатта концерттар ҡуйҙыҡ.
- Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында тәү сиратта кәрәк булған биш әйберҙе әйтегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте юғары уҡыу йорто директоры Дим Хөснөтдинов.
- Улар – дымлы салфеткалар һәм таҫтамалдар, газ балондары, газ плиталары, медицина кәрәк-яраҡтары һәм эсәр һыу. Белеүегеҙсә, махсус хәрби операция зонаһында һыу проблемаһы киҫкен тора. Эсәр өсөн һыуҙы күлдән файҙаланған осраҡтар ҙа булды. Уны зарарһыҙландырыр өсөн махсус дарыу ҡулланаһың йәки ҡайнатаһың.
Хәрби йөкләмәләрҙе үтәгән саҡта беҙгә һыуҙы дрондар ташыны, ләкин уларҙы дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары ла атып төшөрөүе ихтимал, - тип яуап бирҙе
әңгәмәсебеҙ. – Дрондарҙы телгә алғас, дошмандың пилотһыҙ осоу ҡорамалдары тураһында ла һөйләп үтәйем. Элегерәк, мин махсус хәрби операция зонаһында
хеҙмәт иткән осорҙа, улар һыҙғырыу тауышын сығара торғайны. Тәүге көндәрҙә был тауыштың ҡайҙан сыҡҡанын аңламай торғайныҡ. Ләкин беҙ тиҙ арала уларҙы ниндәй йүнәлештән килгәнлеген танырға өйрәндек. Хәҙер Америка етештергән дрондар тауышһыҙ. Элегерәк беҙҙең яугирҙар уларҙы атып төшөрөп, программаларын өйрәнә торғайны. Әлеге мәлдә дошман дрондарының системаһын ватып булмай, уларға һаҡ ҡуйылған. Дошман йоҡламай, һөжүм ҡорамалдарын сифатлы етештереү өҫтөндә эшләй.
- Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? – тигән һорау бирҙе студенттар араһынан Стас Бергулов.
- Һис шикһеҙ, спорт менән шөғөлләнергә, көслө булырға кәрәк, хис-тойғоларың менән эшләргә өйрәнеү ҙә мөһим. Спорт һәр нәмәлә файҙалы, эшегеҙҙә лә кәрәге тейәсәк. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәргә физик яҡтан әҙер булырға кәрәк, тип әйтер инем, шунһыҙ алғы һыҙатта ҡыйынға тура киләсәк, - тип белдерҙе Дамир Ғайса улы.
“Һис шикһеҙ, был балаларҙы табасаҡмын!”
Дамир Ниғмәтуллин егет-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе, яугир өсөн гуманитар ярҙамдың мөһимлеген аңлатып үтте.
- Гуманитар ылау килгәндә, беҙ балалар һымаҡ ҡыуана торғайныҡ. Тимәк, тыуған яҡта беҙҙе онотмайҙар, йылылыҡ менән иҫкә алалар, - тине ул. – Хәтерҙә ошондай бер мәл уйылып ҡалған – штурмға сығырға әҙерләнеп йөрөйбөҙ, ошо саҡта гуманитар ярҙам килде. Мин ҡабаланып бер ҡумтаны астым, дымлы салфеткалар кәрәк ине. Ә унда, дымлы салфеткалар өҫтөндә, Ишембай ҡалаһының 29-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ебәргән хаттар ята ине. Мин ашығып ике хатты ҡулыма алдым. Иҫләмәйем, уларҙы шунда уҡ урындан уҡыныммы, әллә һуңынан штурмға барғандамы? Ләкин яуҙаштарға: “Егеттәр, әгәр иҫән булһам, мин, һис шикһеҙ, был балаларҙы эҙләп табасаҡмын!” - тип әйтеп ҡуйҙым. Шулай булып сыҡты ла. 2023 йылда запасҡа бушатылғас, хат яҙыусыларҙы эҙләп таптым, был мәлдә уларҙың береһе мәктәпкә төшкәйне. Уҡып йөрөгөн балаға: “Улым, тырышып уҡы һәм спорт менән дуҫ бул. Иҫеңдә тот, һине армияға оҙатҡанда мин киләсәкмен һәм хатыңды үҙеңә уҡып ишеттерәсәкмен”, - тинем.
Яратҡан ҡәһүәңдән баш тартһаң...
Был көндө студенттар менән осрашыуға “Беренсе тирмә” төбәк проекты ирекмәне, Салауат ҡалаһы китапханаһы – 10-сы филиал мөдире Гөлнара Янышева ла килгәйне. Ул 2025 йылдың 2 авгусынан 19-ына тиклем Луганск госпиталдәренең береһендә ирекмән булып эшләне. Гөлнара Фәтих ҡыҙы ирекмәнлек менән генә шөғөлләнмәй, ә төрлө хәйриә акцияларында, гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ирекмән дә махсус хәрби операция барған зонала таҙа һыуҙың етмәүе тураһында телгә алды.
- Унда эсәр һыу етмәй, йыуыныу тураһында телгә алыу ҙа кәрәкмәй. Шуның өсөн дымлы таҫтамалдар талап ителә. Яугирҙар штурм операцияларынан яраланып, бысранып төрлө сүрәттә ҡайта. Мәҫәлән, уларҙың береһен беҙ ике сәғәт буйы йыуындырҙыҡ. Һыу булмағас, һауытһаба йыуыу өсөн шыйыҡсаға шампунь, шыйыҡ кер һабыны һәм порошок ҡуштыҡ, - тип һөйләне ул.
Гөлнараның дуҫтары, туғандары һәр саҡ, был һиңә кәрәкме, тип һорай. Ләкин уны ситтән күҙәтеп, үҙҙәре лә аңламаҫтан, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып китәләр.
- Мин һәр ваҡыт атайым яғынан өләсәйемдең кәңәшен иҫтә тотам, уның тормошо минең өсөн үрнәк ине. Өләсәйем, һәр ваҡыт Ватанығыҙ менән бергә булығыҙ,
тип өйрәтте, - тип дауам итте һүҙен ҡунаҡ. – Мин яратҡан ҡәһүә – 180 һум, ә “Тирамису” пирожныйы 200 һум тора. Көн һайын эшкә барғанда кофейня эргәһенән үтәм. Ошо саҡта үҙемә: “Гөлнара, туҡта, был аҡсаны икенсе нәмәгә файҙалан!” - тип әмер бирәм. Шулай итеп, мин 380 һум аҡсаны үҙ мәнфәғәтемә файҙаланмайым, ә икенсе эшкә йүнәлтәм. 380 һумды юғалтыу миңә бер нимә лә бирмәйәсәк, ә ауыр хәлдә ҡалған кешегә ул бик кәрәк. Аҡсаны мин гуманитар ярҙамға йәки ауырыу баланың дауаланыуына йүнәлтәм. Тин һумды һаҡлай тигәндәй, кешеләрҙең күбеһе шулай эшләһә, был донъяның ҡәҙере лә тойолор ине.
Автор фотолары.