Ошо көндәрҙә Маҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән «Һалдатҡа – бал» хәйриә акцияһы иғлан ителде. Унда Маҡар, Ибрай, Һарғай, Иҫәкәй ауылдары умартасылары әүҙемлек күрһәтте. Балды ҡабул итеү пункты Маҡар ауылы мәктәбендә ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары уны пластик контейнерҙарға тултырҙы.
- Ҡатын-ҡыҙҙар советы ошо акцияны тәҡдим иткәс, барлыҡ умартасылар уға дәррәү ҡушылды. Маҡарҙан Риф Бохаров, яугирҙарға ярҙам итеүҙән тыш, уларҙың ғаиләләренә балды йома хәйере итеп таратты. Ошо акцияла ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарға оло рәхмәтемде еткерәм, - тип белдерҙе Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Маҡар ауыл Советы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға даими ярҙам итеп тора. Улар кәрәкле әйберҙәр менән посылка йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй.
Әйткәндәй, июль айында Маҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға – шифалы сәй» акцияһын иғлан иткәйне. Уның сиктәрендә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары шифалы дарыу үләндәре йыйып киптерҙе. Артабан, хуш еҫле үлән ҡатнашмаһына әҙерәк ҡара сәй ҡушып, ҡаптарға төрҙөләр. Шул уҡ ваҡытта ауылдаштар яугирҙарға 36 контейнер бауырһаҡ, өс килограмға яҡын ҡаҡ әҙерләне.
- Яугирҙар беҙҙең күстәнәстәребеҙҙе алып, тыуған ерен йыш иҫкә төшөрһөн, яҡташтарының күңел йылыһын тойһон. Беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаған һалдаттарҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ, уларҙың именһау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, - ти Маҡар ауыл Советы халҡы.
Бөгөнгө көндә гуманитар ярҙам йыйыу пунктына 75 килограмдан ашыу бал тапшырылған. «Һалдатҡа - бал» акцияһы сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Фотолар Маҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы архивынан.