Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Сентябрь 2025, 10:50

Ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ

Үткән аҙнала район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәрҙе тәбрикләүҙән башланды. Айырыуса Ишәй ауылынан Сәғәҙәтовтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов был ғаилә ағзаларына хәрби часть командирынан “Рәсәй ирекмәне” миҙалдарын тапшырҙы.

Аталы-уллы Азамат һәм Алмаз
Сәғәҙәтовтарҙың үҙ ғаилә бизнесы
бар. “МелеузДомСтрой” йәмғиәтенең
генераль директоры Алмаз Сәғәҙәтов
әйтеүенсә, улар махсус хәрби
операциялағы яугирҙарға ғына түгел,
уларҙың ғаиләләренә лә даими ярҙам
күрһәтә. Быйыл улар яҡташтарыбыҙ өсөн
тәгәрмәсле мунса ла ҡороп ебәргәндәр.
Эшҡыуарҙар фекеренсә, яугир егеттәргә
ярҙам итеү – барыһының да изге бурысы.

- Беҙ ғаиләбеҙ менән 10 йылдан ашыу
йәш быуында илһөйәрлекте үҫтереү
менән шөғөлләнәбеҙ. Йыл да балалар
өсөн хәрби-спорт лагерҙарына, балалар йорттарына, республика буйлап
үткән спорт ярыштарына бағымсылыҡ
ярҙамы күрһәтәбеҙ. Бөгөнгө көндә төп
бурысыбыҙ - махсус хәрби операциялағы
яҡташтарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә
ярҙам итеү. Беҙҙең Нөгөш һыуһаҡлағысы
янында турбазабыҙ бар, унда яу яланында булған яугирҙарыбыҙ реабилитация
үтә, - ти Алмаз Азамат улы.

Алмаздың әсәһе Минира Ринат ҡыҙы -
башҡорт теле уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ
физик культура, идаралыҡ һәм сервис
колледжында эшләй, юғары категориялы, ике юғары белемле белгес. 39 йыл
хеҙмәт стажы бар. БР Мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны, Рабиға Ҡушаева
исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ - милләт
әсәһе” миҙалы һәм йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө
өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай,
БР Мәғариф министрлығы һәм башҡа
йәмәғәт ойошмаларының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

- Уҡыусыларым Чечняла, хәҙер инде
махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын үтәй. Мин ирекмәнлек менән
шөғөлләнәм, яҡташтарыбыҙға һәм
уларҙың ғаиләләренә матди, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙ
үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! - ти Минира Ринат ҡыҙы.
Кәңәшмәлә ҡала һәм ауыл биләмәләре
хакимиәттәре башлыҡтарына хәрби
часть командованиеһынан йыйылған
һәм ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн
рәхмәт белдерелде.

- Ситтә ҡалмаған һәр кемгә баш эйәм
һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине үҙ
сығышында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат
Ишемғолов.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас