Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Август 2025, 16:00

ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам өҙлөкһөҙ бара. Изге күңелле район халҡы яҡташтарыбыҙҙың иҫәнһау ҡайтыуын теләп, доға ҡылып, мөмкин тиклем ярҙам күрһәтә. Был изге эштән Кинйәбулат ауылы халҡы ла ситтә ҡалмай. Ирекмәндәр мәктәптә көн һайын тиерлек йыйылып, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.

ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕНЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН

- Башта гуманитар ярҙам йыйыу ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда барҙы. Бер көн мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин коллективты йыйып алды ла «Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ берәй нәмә уйлайыҡ. Махсус хәрби операция бер саҡ тамамланыр, ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтырҙар. Ә беҙ был еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индермәһәк, егеттәрҙең күҙҙәренә нисек ҡарарбыҙ?» - тип мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, бер тауыштан уның һүҙҙәрен хупланыҡ. Гуманитар ярҙам йыйыу өсөн директорыбыҙ мәктәптең икенсе ҡатында кабинет бүлеп бирҙе. Хәҙер көн һайын тиерлек ошонда йыйылабыҙ. Ярҙам йыйыу өҙлөкһөҙ бара. Ололар саҙаҡа итеп даими рәүештә аҡса ебәреп тора. Быйыл йәй Кинйәбулат ауылы халҡы - 50 мең һум, Байғужалар - 36 мең һум йыйып бирҙе. Ул аҡсаға беҙ оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары, яугирҙарға кейемдәр һатып алдыҡ. Райондан ебәрелгән гуманитар ылауҙан тыш, ялға ҡайтҡан яугирҙар аша исемле посылкалар ебәрәбеҙ. Күрше ауылдарҙан да килеп алалар. Социаль селтәрҙә үҙебеҙҙең төркөмөбөҙ ҙә бар, шунда булған чектарҙы, нимә алғанбыҙ, нимә ебәргәнбеҙ шуларҙы фотолар менән беркетеп, отчет һалып барабыҙ, - тип белдерҙе Гөлсинә Мирасова.

Ирекмәндәр халыҡтан ғына аҡса көтөп ултырмай, үҙҙәре лә милли орнаменттар һалып мендәрҙәр тегеп һата. Шулай уҡ юрғандар ҙа әҙерләйҙәр. Материалдарҙы Ишембай йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт үҙенең йыһаздар эшләү цехынан килтереп тора.

Мәктәп коридорында маскировкалау селтәрҙәре лә үрәләр. Таҫмаларҙы киҫеү өсөн уңайлы бәләкәс кенә аппарат эшләп алғандар улар.

- Изге эшкә бөтәбеҙ ҙә үҙ теләгебеҙ менән килеп ҡушылдыҡ. Берәү ҙә саҡырғанды көтөп тормай, ҡулынан нимә килә шуны эшләй башлай. Иң мөһиме, егеттәребеҙгә ярҙамыбыҙ тейһен, еңеү тиҙерәк килһен, - ти оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүсе Әлфиә Фәттәхова.

Һалдаттарға умартасылар ҙа ярҙам итә. Өс литрлыҡ банкаларҙа быйыл йыйып алған йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балдарын килтереп, уңайлы һауыттарға тултырып, күпләп алғы һыҙыҡҡа оҙата. Умартасылар әйтеүенсә, бал яугирҙарға иммунитетты нығытырға ярҙам итә. Бынан тыш Кинйәбулат ағинәйҙәре дарыу үләндәре йыйған. Уландар бал менән хуш еҫле сәйҙәр эсһен, тыуған яҡты иҫкә алһын, ти улар. Шулай итеп, был ауылда һәр кем, һәр ғаилә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Тик еңеү генә тиҙерәк килһен!

 


Автор фотолары.

ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
ЕҢЕҮ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас