Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Август 2025, 16:00

Ярҙамға һәр саҡ әҙербеҙ

Махсус хәрби операция башланғандан алып Маҡар һәм күрше ауылдар халҡы, төркөм-төркөм булып, төрлө акцияларҙа ҡатнашып килә.

Ярҙамға һәр саҡ әҙербеҙЯрҙамға һәр саҡ әҙербеҙ
Ярҙамға һәр саҡ әҙербеҙ

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатыла торған гуманитар ылауға аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйҙыҡ. Бынан тыш, ауылдың әүҙемселәре халыҡтан аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр һатып алды. Ләкин ваҡыт үтә тора, былай эшләүе ауыр, тип уйланыҡ һәм үҙебеҙҙең «Маҡарым, ауылым» тигән чат булдырҙыҡ. Был чатҡа Маҡар ауылы халҡы ғына түгел, ә күрше ауылдарҙа һәм сит-яҡтарҙа йәшәүселәр ҙә инде. Ҙур ғына төркөм килеп сыҡты, артабан эште планлаштырырға тотондоҡ. 2022 йылдың көҙөндә үк маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәнә башланыҡ, ләкин был һирәк күренеш булды. 2023 йылда эшмәкәрлекте дауам иттек: йыйылған аҡсаға селтәр алып, спанбондтарға заказ биреп, уларҙы ҡырҡып, мәктәптә маскировка селтәрен үреү станогын эшләп ҡуйҙыҡ. Был эште башҡарырға мәктәп хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Ауыл халҡы әүҙем йөрөй башланы, тәүҙәрәк ауырыраҡҡа төшһә лә, эш айышына тиҙ төшөндөк. Аҙна һайын бер йәки ике маскировка селтәре әҙер була торғайны. Артабан шундай уҡ станокты Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп ҡуйҙыҡ. Мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары тәнәфестә, дәрестәрҙән һуң маскировка селтәрҙәре үрҙе. Ошо эште башлап ебәргәндә Рәйсә Йосопова, «БлАгоДарю» төркөмө етәксеһе Альмира Шәрәфетдинова, Петровскиҙан Татьяна ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хатта Татьяна беҙгә килеп, селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеп китте. Артабан беҙ үҙебеҙ әүҙем эшләй башланыҡ.

2024 йылда «Маҡарым, ауылым» чаты аша аҡса йыйыу мәсьәләһе лә хәл ителде. Аҡсаны нисек итеп ебәрергә була һуң? Төрлө ваҡыттар булды, ләкин артабан беҙҙең шундай йола барлыҡҡа килде – аҡсаны йома хәйере итеп ебәреүҙе ойошторҙоҡ. Һәм кесаҙна, йома көндәрендә күп кешеләр 50 һумдан башлап 50 меңгә тиклем аҡса ебәрҙе.

Артабан госпиталдәргә мендәрҙәр, юрғандар, кейем-һалым, нәскиҙәр әҙерләнек, баҡсала үҫтерелгән емеш-еләк, йәшелсәйыйҙыҡ, ҡаҡ эшләнек, банкаларҙа салаттар консерваланыҡ. Әҙер булыу менән, Ишембай ҡалаһы Йәштәр һарайында урынлашҡан пунктҡа алып бара торҙоҡ. Рәхмәт, ауылдың ҡатынҡыҙҙары бик әүҙем булды. Хатта, ҡайһы берҙәренең исемен күрһәтеп китергә лә кәрәктер. Улар – Лилиә Ғәзизова, Асия апай, Венера Ғиззәтова, Зәйтүнә Ғәлләмова, Рәмзиә Мораҙымова, Рәмзиә Солтанова, Венера Ғәлимйән ҡыҙы, Зөлфирә Таһирова, Елена Әхмәрова, Әминә Ғилманова, Әминә Мурашова, Миңзилә Таһирова, Илмира Вәлиева, Рәзилә Әхмәтйәнова, Эльза Исламморатова, Асия Дәүләтшина, Римма Латыпова, Рәзилә Әхмәтйәнова.

2024 йылдың ғинуарында «Госпиталгә ярҙамға» тигән акцияла Иҫәкәй, Һарғай, Ибрай ауылдары халҡы ла бик әүҙем ҡатнашты. Түшәк кәрәк-яраҡтары өсөн күптәр материалдар килтерҙе. Тегенсе ҡатын-ҡыҙҙар: «Миңә бармы, миңә бармы?» - тип кенә торҙо.

Йәйен мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрен үреү туҡталды, сөнки ул, грант отҡандан һуң, яҙҙан бирле ремонтта. Учреждение көҙөн асылып, эшләй башлаһа, маскировка селтәрен үреү дауам итәсәк. Йәйге каникулдар башланғас та, станокты мәктәптең коридорына урынлаштырҙыҡ. Әлеге мәлдә, ике аҙна эсендә, алты маскировка селтәре үрҙек. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Лилиә Һиҙиәтова эшмәкәрлекте йәйелдереп ебәрҙе. Яугирҙарға үлән сәйҙәре, ҡаҡ, бауырһаҡ, сәк-сәк әҙерләнде.

Шулай уҡ беҙгә медицина кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итеүселәр бар. Әйберҙәрҙе алып ҡайтырға, ташырға булһа, ирегеттәребеҙ һәр саҡ әҙер тора.
Был бағыусылар, әүҙемселәр үҙҙәренең исемен күрһәтергә теләмәй. Барыһы ла ихлас күңелдән башҡарыла, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә отпускыға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыуҙыр йыш ойошторолдо. Һуңғы осрашыу 2025 йылдың майында үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙ менән булды. Яраланған яугирға атлап йөрөүе ауыр булһа ла, балалар менән осрашыуға ихлас килде. Ғәҙәттә, махсус хәрби операция яугирҙары осрашыуға килһә, беҙ Чечня, Афған һәм башҡа ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән бер нисә яҡташыбыҙҙы саҡырабыҙ. Аралашыу еңелерәк барһын өсөн шулай эшләйбеҙ. Һәм, икенсенән, был быуындар бәйләнеше. Был Ватан һаҡсыһы нисә йылдар дауамында үҙ антына тоғро ҡала тигәнде дәлилләү.

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың атаәсәләренә, ҡатындарына ярҙам итергә тырышабыҙ, улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Ауыл Советы хакимиәте һәм эшҡыуарҙар махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтә. Бесән, утын килтереү кеүек эштәр ойошторолған.

Был барлыҡ эштәр егеттәребеҙ Еңеү менән ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын өсөн ысын күңелдән башҡарыла. Әсәләренең, ҡатындарының ҡыуанысын, балаларының шат йылмайыуын тиҙерәк күрге килә. Иҫән-һау ҡайтһын яҡташтар, ғаиләле булғандар тағы ла бала тапһын, яңғыҙаҡтар үҙ ишен табып, татыу ғаилә ҡорһон. Барыһын да яҡшыға ғына юрағы килә!

Автор:Гөлнара ХИСМӘТУЛЛИНА, Маҡар мәктәбе директоры.
Читайте нас