

Уларҙың һәр береһе яугирҙарға ҡыйыулыҡ, именлек теләне, ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлашты һәм тиҙерәк иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Хаттар тиҙҙән яуға гуманитар ярҙам менән оҙатыласаҡ мендәрле тоҡсайҙарға һалынды. Мендәрҙәрҙе иһә ауылдың ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары госпиталдәге яралы яугирҙар өсөн текте. Берҙәм эшкә Хәбирә Рәхмәтуллина, Хәлиҙә Байғужина, Зилә Фәхретдинова, Рәйлә Иманғолова һәм башҡалар әүҙем ҡушылды.
- Тыуған йорттан алыҫта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға беҙҙең ярҙам бик кәрәк. Балалар яҙған хаттар уларға тыуған йорт йылыһын еткерәсәк һәм тыныс тормош өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәсәк, - ти китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.
Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА фотоһы.