Ҡыйыу яҡташыбыҙ Украинала махсус хәрби операция башланыу менән яуға китә. Ватаныбыҙ именлеге, беҙҙең тыныс һәм бәхетле тормош хаҡына хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ошо осор эсендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Шайморатов миҙалы, хәрби бурысҡа тоғролоғо өсөн миҙалы менән наградланған.
Уҡыусылар Астраға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, уның һөйләгәндәрен иғтибарлы тыңлап ултырҙы. Аҙаҡ иһә яуғирға үҙ ҡулдары менән тырышып эшләгән талисмандарын тапшырҙы.
Ошондай әһәмиәтле, матур осрашыу ойошторғаны өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Рәшит ҡыҙы Йәһүҙинәға, хәрбиҙең әсәһе Зөлфия Авзал ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Яҡташыбыҙға Еңеү яулап, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Автор фотолары.