Барыһы ла Еңеү өсөн
31 Ғинуар 2025, 09:30

Яугирҙарға - окоп шәмдәре

Махсус хәрби операция башланғандан алып Ишембай районы алғы һыҙыҡҡа, госпиталдәргә тиҫтәләгән гуманитар ылау оҙатты.

Илгә ауыр заман килгәндә берәү ҙә
ситтә ҡалмай. Барыһы ла хәлдәренән
килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ошо
көндәрҙә Ишембайҙың балалар сәнғәт
мәктәбе коллективы блиндаж шәмдәре
эшләне. Материалдарҙы уҡытыусылар,
хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар һәм ата-әсәләр
бергәләп йыйған.

- Былтыр декабрь айында һалдаттарға
гуманитар ярҙам әҙерләп тапшырҙыҡ. Әле
бына блиндаж шәмдәре эшләргә булдыҡ.
Уҡытыусыбыҙ Дарья Волкова оҫталыҡ
дәресе күрһәтеп, уны эшләү серҙәренә
төшөндөрҙө. Йөҙҙән ашыу шәм эшләнек.
Һалдаттар беҙҙең йылыны, иғтибарҙы
тойһондар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар,
тигән теләктәбеҙ, - ти балалар сәнғәт
мәктәбе директоры Лилиә Әҙелбаева.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас