

- Ҡыҙҙар, беҙ, Ирек ауылынан сыҡҡан яҡташтар, яңыраҡ ҡына йыйылышып, осрашыу уҙғарҙыҡ, зыярат ҡылып, әруахтар рухына аят бағышланыҡ. Ауылыбыҙҙың ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡанына ярты быуаттан ашыу ваҡыт уҙһа ла, иҫтәлек йәшәй, олоғайған һайын үҙен йыш иҫкә төшөртөп, күңелде әрнетеп тора, - тип һүҙ башланы Юнир Фәиз улы һәм хәтирәләргә бирелеп, тыуған ауылының үткәненә алып ҡайтты.
Ирек ауылына 1925 йылда нигеҙ һалына. Тәү башлап унда Түбәнге Бурансынан Байғотлиндар, Байгилдиндар, Исмәғилевтар күсеп килә. Ауыл теүәл 40 йыл ғүмер кисерә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ил тарихында яҡты эҙ ҡалдыра. Юнир Фәиз улының ауылы һәм уның халҡы тураһында һөйләгәндәрҙе һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
- Ирек ауылы Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярынан бер саҡрым алыҫлыҡта бик матур урында урынлашҡайны. Яҙын Иҙелдә һыу ташҡан ваҡыттарҙа беҙҙең Ирек һәм Юрматы ауылдары ғына утрау булып ултырып ҡала торғайны. Уның тирә-яғында көмөш тәңкә шикелле күлдәр теҙелгән, ауыл осонда муйыллыҡ, ҡарағатлыҡ баҡсаһы. Барлығы 200-ләп йорт иҫәпләнде. Атайым һуғышҡа алынғанда миңә ни бары биш йәш кенә ине. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, Берлинғаса етеп, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ғаиләбеҙҙә алты бала үҫтек. Өйҙә ир-егеттәрҙән иң олоһо мин булдым. Бар ауыл һуғышҡа ярҙам итте. Ауылда ат һарайы бар ине.
120-ләп йәш аттарҙы 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһына ебәрҙеләр. 240-лаған тачанкалар, ат саналары бирҙеләр. Ишембайҙа өс госпиталь булды. Әсәйҙәр, апайҙар ат арбаһына ҡанға ҡатып бөткән һалдат кейемдәре тейәп ҡайта. Шуларҙы йыуып, эшкәртеп, ямап, кире тапшыралар. Беҙ ҙә, малайҙар, беренсе кластан уҡ яландарға сығып госпиталгә дарыу үләндәре, йәмшегән, бөрлөгән йыйҙыҡ. Беҙҙән олораҡтар, 5-7-се класс уҡыусылары, йәй буйы ат менән промыслаларҙа эшләне.
Бөтә Ишембайҙың тырышлығы нефть сығарыуға, фронтты яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Ололар кис көнө арып-талып, нефткә бысранып ҡайта торғайны. Кинйәбулатта нефть ятҡылығы асылғас, Перегонныйҙағы заводҡа торба һуҙыр өсөн траншея ҡаҙырға ҡуштылар. Беҙҙең Ирек ауылы халҡына бер километр ер бирҙеләр. Ҡатын-ҡыҙ, баласаға, ҡарт-ҡоро яланда ҡуна ятып, 1 метр 80 сантиметр тәрәнлектәге траншеяны көрәк менән ике аҙна ҡаҙҙылар.
Әсәйҙәр баҡсала, баҫыуҙа эшләне. Тапҡан игенде тейәп элеваторға ебәреп торҙолар. Ауылыбыҙҙың һыуы тәмле, ере уңдырышлы ине ул ваҡытта. Ә халыҡ бик егәрле булды. Баҡсаларҙа ҡыяр, помидор, кишер, картуф, кәбеҫтә уңып беште. Хатта ҡарбуз, ҡауын үҫтерҙеләр. Әллә бәләкәй булғанғамы, ул саҡтағы ҡарбуз, ҡауындар бигерәк ҙур булып күренә ине. Уларҙы машинаға тейәп, Ишембайҙағы госпиталдәргә ташый торғайнылар. Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа Иректең индергән өлөшө ҙур булды.
Ауылыбыҙ иһә тирә-яҡтың мәҙәни үҙәге булды. Ирек башҡорт ауылы һаналһа ла, унда күп милләтле халыҡ йәшәне. Урыҫтар ҙа, сыуаштар ҙа булды. Беҙгә Аллағыуат, Бурансы, Перегонный, Иҫке Ишембайҙан йәштәр килә торғайны. Кискеһен ауыл һабантуй шикелле гөрләп торҙо. Ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеп бейешә. Һуғыштан һуң гармун тауыштары яңғырай башланы. Ауыл таланттары үҙешмәкәр түңәрәктәр ойоштороп, концерт, спектаклдәр ҡуйҙы, уларҙы тирә-яҡтағы ауылдарҙа ла күрһәтеп ҡайта торғайнылар. Ул ваҡыттарҙа ҡыҙ урлау күренеше йыш булды. Туй яһарға аҡса юҡ, ағайҙар матур еңгәләрҙе урлай ҙа ҡайта. Әрләгән кеше лә булманы.
Ауылыбыҙҙа 13-сө башланғыс мәктәп бар ине. Бишенсе кластан йәйәүләп, өсөнсө башҡорт мәктәбенә (хәҙерге Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты) көн һайын 7 километр йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Шуғалырмы, спортта көслө булдыҡ. Һәр ваҡыт ярыштарҙа беренсе урындар яуланыҡ. Йүгереү, саңғы, велосипед буйынса республика ярыштарында ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙең волейбол, футбол командалары булды. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа көслө ине. Беҙҙе Мостай Кәримдең бер туған
һеңлеһе Фәнисә Кәримова уҡытты. Ул беҙҙең класс етәксеһе лә булды. Эй ярата торғайныҡ үҙен. Китаптар булмау сәбәпле, роман газеталар яҙҙырып ала торғайнылар. Бик уҡырға яраттым. Шуға ла уҡытыусыбыҙ “Көҙ көнө килгәс, йөкмәткеләрен һөйләрһең”, - тип, миңә каникул осоронда уҡырға 2-3 гәзит биреп ебәрә ине.
Һуғыш бөткәнен яҡшы хәтерләйем. Уҡытыусылар беҙгә өйҙә ҡыҙыл флагтар әҙерләп килергә ҡуштылар. Кәнсәләр алдында трибуна яһап, митинг үткәрҙеләр. Кемдер илай, кемдер көлә. Күп ауылдаштар яу яланында ятып ҡалды. Ауылыбыҙ ҙур булмаһа ла, республикаға, илгә данлыҡлы кешеләр бирҙе Ирек. «Башҡортостан» колхозының беренсе рәйесе Батал бабай Байғотлин булды. Ул Рәсәй армияһында офицер дәрәжәһендә хеҙмәт иткән, уҡымышлы кеше ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәһшәтле 37-се йылды халыҡ дошманы, тип ҡулға алынып, 10 йыл төрмәлә ултырып, ҡаты ауырып ҡайтты. Өс ҡыҙы Рәйсә, Тәнзилә, Рәмзиә апайҙар данлыҡлы уҡытыусылар булдылар. Тимер юлсылар Хәмиҙулла Байғотлин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Миҙхәт Юлдашбаев та тимер юлда эшләп фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанды. Ауылыбыҙ шулай уҡ Рәсәйгә атҡаҙанған нефтселәрен бирҙе. Ғәфүр Туҡтамышев әле лә иҫән. Рәсәйҙең Почетлы нефтсеһе Рафаил Әхтәмов 47 йыл техникумда уҡытты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлит Усманов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Салауат Кирәев. Ул «Салауат» фильмында төп ролде уйнаны. Ирек ауылының
ике кешеһе - 411-се нефть эшкәртеү заводы операторы Флүрә Туҡтамышева һәм китапхана мөдире Маһира Байгилдина - Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәре һәм студенттары фестивале делегаттары булды. Данлыҡлы уҡытыусылар Хәжәр Исмәғилева, Минира Ноғоманова һәм башҡа һөнәр эйәләре ауылыбыҙҙы башҡаларға ла танытты.
Әммә ауылыбыҙҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. 1966 йылда Иректе тараттылар. Нефтехимкомбинат барлыҡҡа килеп, ҡойоларыбыҙҙағы һыуҙан бензин, солярка тәме килә башланы. Заводтың таҙартыу ҡоролмаларында йыйылған бысраҡ һыуҙар ауылыбыҙға шулай насар йоғонто яһаны. Шуға күрә лә Юрматы, Ирек, Күс, Ҡыҙыл ауылдарынан халыҡ күсерелде. Кешеләр Ишембайға, Салауатҡа, Смаҡайға, Ҡоҫапҡолға, Бурансыға күсеп китте.
Хәҙер шул ерҙәргә барһаң, ултырып иларлыҡ. Сүп түккәндәр, ҡаҙып бөткәндәр. Ул турала хатта әсенеп шиғыр ҙа яҙғайным. Ауылдан бер генә нәмә - зыярат ҡалды. Мәңгелек йортта беҙҙең олатай, өләсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ ята. Зыярат янғындан һуң ҙур ҡаза күргәйне. Бергәләшеп, кәртәләтеп, таҡтаташтар ҡуйҙырттыҡ. Хәҙер йыл һайын йыйылышып, тәрбиәләп, үлгәндәрҙең рухына аяттар уҡытып торабыҙ. Үҙебеҙ ҙә хәҙер яйлап кәмей барабыҙ инде.
Осрашыуҙарға ниндәй генә ҡалаларҙан килмәйҙәр! Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибайҙан килеп етәләр. Һөйләшеп, үткәндәрҙе иҫкә алып, аралашып, берберебеҙҙе күреүебеҙгә шатланышып туймайбыҙ. Аҙаҡ ултырып сәй эсәбеҙ, теләгән кешеләр йырлай, теләгәне илай. 58 йыл ваҡыт үтһә лә, шулай онота алмайбыҙ. Бигерәк матур ине шул ауылыбыҙ. Ул күңелдәребеҙҙә һаман йәшәй. Шулай ауылыбыҙҙың тарихын дауам итәбеҙ. Үткәндәрҙе белмәгәндең генә, киләсәге юҡ бит ул. Иректең халҡын, йәштәрен киләһе йылдарҙа ла осрашыуҙарҙа көтөп ҡалабыҙ. Иҫәнлектә-һаулыҡта күрешергә яҙһын!
Юнир Ғәзизовтың һөйләгәндәрен Милә МӘЗИТОВА яҙып алды.
Фотолар Юнир Ғәзизовтың шәхси архивынан.