Полицейские задержали двух 18-летних студентов одного из уфимских вузов, обвиняе

Быйыл Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыланы. Шулай уҡ 2025 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы, тип иғлан ителде.

Совет һалдаттарының батырлығы, тылда тырышып эшләгән халыҡтың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында "Торатау" гәзите редакцияһы Бәйләнештә сайтындағы үҙ төркөмөндә “Бөйөк Еңеү батырҙары" конкурсын ойошторҙо. Райондаштарҙан береһенәнбереһе матур, иҫтәлекле яҙыуҙар алдыҡ. Яҙмаларҙың күпселеге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән, мәктәп уҡыусыларынан булыуы беҙҙе тағы шатландырҙы. Тимәк, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының батырлығы тураһында белә, хөрмәтләй.

Конкурс шарттарына ярашлы, махсус ҡушымта ярҙамында төркөмдә ойошоролған тауыш биреү һөҙөмтәһендә Көҙән ауылынан Әлсинә Камалова (301 тауыш) лайыҡлы рәүештә еңеүсе булды. Афарин! Йәнә бер еңеүсене беҙ үҙебеҙ кәңәшләшеп билдәләнек. Шулай итеп, Ғүмәр ауылынан Мәҙинә Кәримова ла еңеүсе булды. Ҡыҙҙарҙы редакцияға саҡырып, Маҡтау грамотаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гагарин исемендәге паркына сертификаттар тапшырҙыҡ.

Һеҙҙең иғтибарға Әлсинә менән Мәҙинәнең яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ.

 

Мәҙинә КӘРИМОВА:

Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ яра булып ҡалды. Һуғыш еле  ҡағылмаған берәй ғаилә булдымы икән? Юҡтыр, утлы өйөрмә үҙ юлында бер нәмәне лә аямаған.

Минең ике ҡартолатайым да һуғыш уты аша үткәндәр. Улар икеһе лә Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән.

Атайымдың олатаһы - Кәримов Ишбулды Абдулхаҡ улы. Ул 1927 йылдың 8 февралендә тыуған, 17 йәшендә һуғышҡа алынған һәм Ҡара диңгеҙ флотының яр буйы оборонаһының 431-се батареяһында хеҙмәт иткән. Ауылға 1946 йылда әйләнеп ҡайтҡан.

Әсәйемдең олатаһы Ғәббәсов Шәфҡәт Әхмәтйән улы 1926 йылдың 20 мартында тыуған. Ул да 17 йәшендә генә һуғышҡа алына. Тәүҙә Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡалаһындағы 33-сө уҡыу лагерында полктың артиллерия разведчигы һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙарҙан һуң уны 1-се Украина фронтына ебәрәләр. Беренсе һуғыш сынығыуын Шәфҡәт ҡартолатайым Сандомир плацдармында ала. Төнгө һаҡта торғанда уға фашистарҙың диверсанты менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Еңеү рухы менән һуғарылған һуғышсы фашисты еңә. Был батырлығы өсөн ҡартолатайым «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә. Шәфҡәт ҡартолатайым Европа илдәрен азат итеп Берлинғаса барып етә. Еңеү байрамын Прагала ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн ҡартолатайым II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Праганы азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Тыуған ауылына 1950 йылдың яҙында ғына әйләнеп ҡайта.

Мин үҙемдең ҡартолатайҙарым менән ғорурланам. Беҙ ғаиләбеҙ менән уларҙы һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

 

Әлсинә КАМАЛОВА:

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары йылдан-йыл тарих төпкөлөнә үтеп инә, ә хәтер беҙҙе азатлыҡ өсөн һуғыштың ҡурҡыныс ваҡиғаларына ҡабат алып ҡайта. Бөгөнгө көндөң ҡәҙерен үткәндәр менән сағыштырып ҡына аңларға һәм баһаларға мөмкин.

Был дәшһәтле һуғыш беҙҙең ғаилә тарихында ла ҙур эҙ ҡалдырған. Ватанды яҡлау өсөн Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Юлмөхәмәтовтар ғаиләһенән (әсәйемдең ҡартолатаһы) дүрт ағайэне фронтҡа китә: минең олатайымдың олатаһы Хәкимйән һәм уның ҡустылары Рысйән, Сабирйән һәм Хәйбулла.

Хәкимйән олатайыбыҙ 1942 йылда фронтҡа алына. Сәрбиямал өләсәйгә олатайҙан фронттан хаттар йыш килеп тора, һуңғы хатында тиҙҙән ҙур алышҡа инәсәктәре тураһында яҙа. Һәм хаттар килеүҙән туҡтай. Шул уҡ йылдың көҙөндә олатайҙың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Уны туғандары Сәрбиямал өләсәйҙән йәшерә, һәм ауылдаштарының береһе лә был хаҡта хәбәр итергә баҙнат итмәй. Өйҙә береһенән-береһе бәләкәй һигеҙ бала атайһыҙ ҡалғанға өләсәй был ҡайғыны күтәрә алмаҫ, тип ҡурҡалар. Ул ире батырҙарса һәләк булыуы тураһында 1987 йылда ғына, Амангилде мәктәбе пионерҙарына Новгород өлкәһе пионерэҙләнеүселәренән хат килеп төшкәс, белә. Хатта “Амангилде ауылынан Юлмөхәмәтов Хәкимйән З. улы медальон буйынса танылды һәм Захарьино ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнде” тиелгән була. Өләсәй 1943 йылда өлкән улы Әхмийәнде (минең оло олатайым) шулай уҡ фронтҡа оҙата, ул осоу мәктәбе курсанты була. Әхмийән олатай учебка ваҡытында һалҡын тейҙереп, хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип ауылына ҡайтарыла. Сабирйән олатай Силәбе трактор заводында хеҙмәт итә, Рысйән – Кавказ өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып тыуған яғына ҡайта. Хәйбулла - ғаиләлә кинйә малай, һуғыштан үпкәһе ҡаты яраланып ҡайта, уҡытыусы булып эшләй.

Оло олатайым Ғәбит Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин Әбйәлил районының Шәрип ауылында тыуған үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,1942 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Ул Волга буйы хәрби округының 17-се запастағы бригада составына ингән 30-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Фронтҡа юлланыр алдынан үпкәһенә һыуыҡ тейеп ауырып китә. Сәләмәтлеге яраҡһыҙ, тип уны ҡайтарырға ҡарар итәләр, ләкин Ғәбит олатайым «Һауыҡҡас барыбер һуғышҡа керергә, мин иптәштәремдән ҡалмайым», тип фронтҡа китә. Ул үҙенең яуҙаштары менән Сталинград өсөн ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, аяуһыҙ ҡан ҡойошта күп дуҫтарын юғалта. «Һуғыш ул ҡот осҡос, аяуһыҙ, бер кемде лә йәлләмәй. Киләсәктә һуғыштар сыҡмаһын», тип һөйләр булған ул. 1943 йылда, ҡулына снаряд ярсығы тейеп, ул ҡаты яралана. Госпиталгә эләгә, хәрби хирургтар ҡулын киҫергә тигән ҡарар сығаралар, ләкин йәш хирургтарҙың береһе Галина: «Ауыл егетенә ҡулһыҙ ҡайтырға ярамай, уға бит утынын да ярырға, бесәнен дә сабырға кәрәк» тип олатайҙың ҡулын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдим менән коллегаларына ҡаршы сыға һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, олатайҙың ҡулын киҫәктәрҙән йыйып, һаҡлап алып ҡала. Ярты йыл госпиталдә дауаланғандан һуң, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған ауылына ҡайтарыла. Тылда тынғыһыҙ хеҙмәт көтә олатайҙы. Ул, сулаҡ булыуына ҡарамаҫтан, колхозда ал-ял белмәй эшләй. Фронтҡа хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәйгәште ауылында «Магнитстрой» ағас әҙерләү эше башланғас, олатайымдар ғаиләләре менән шунда күсенәләр. Ғәбит олатайым бында ла ҡул ҡаушарып ултырмай, төрлө эштәр башҡара. Ғәбит олатайым өләсәйем менән туғыҙ балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар.

Ғәбит олатайҙың оло улы Хатип та һуғышҡа үҙ теләге менән, 17 йәшендә генә хәрби әҙерлек курсын тамамлап, 1944 йылда фронтҡа китә, 182-се гвардия ҡотҡарыу отряды составында Украинаны һәм Белоруссияны азат итә. Һуғыштан һуң ул шунда уҡ тыуған яғына ҡайтмай, уларҙың дивизияһы япон милитаристары менән һуғышырға Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә.

Артабан Тымыҡ океан флотының 148-се айырым артиллерия дивизияһы составында Хатип олатай Порт-Артурҙы алыу өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша.
Хатип олатай 1950 йылға тиклем 182-се ҡотҡарыу отрядында хеҙмәт итә. “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылына ҡайтыу менән ул урман хужалығына эшкә урынлаша. Һуңынан Асҡар ауылына күсеп, хеҙмәт юлын газ хеҙмәтендә дауам итә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Атайымдың ҡартатайы Абдулхаҡ Абукарам улы Сәйфетдинов Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылынан. Сәйфетдиновтар ғаиләһенән өс ағалыҡустылы фронтҡа китә: Абдулхаҡ, Ғариф һәм Хәлим. Иң өлкәндәре Ғәликарар 1940 йылда Фин һуғышында һәләк була. Абдулхаҡ ҡартатайым 1940 йылдан 1946 йылға тиклем Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, уларҙың хәрби часы япон ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтә. Ә уның ҡустыһы Ғариф ҡартатай 1956 йылға тиклем Венгрияла һәм Германияла хеҙмәт итә. Хәлим олатай һуғыш башында уҡ, Украинала немецтар ҡулына эләгә, иҫән ҡала һәм һуғыштан һуң ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғышҡа тиклем етәксе вазифаларҙа булып, партия ағзаһы булһа, һуғыштан һуң, бигерәк тә немец әсирлегенән һуң, тыуған ауылынан китергә мәжбүр була һәм ғүмер буйы Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта эшләй. Абдулхаҡ ҡартатай бар ғүмерен тыуған ауылына бағышлай. Колхозда партком секретары, район милиция бүлегенең участка уполномоченныйы, колхоздың партком секретары вазифаларын башҡара. Ҡартолатайым хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз рәйесе, ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡара. Ауыл Советының ветерандар советы рәйесе булғанлыҡтан, йыл һайын ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары парадын ойоштора.

Өләсәйебеҙ Зөлхизә Сәхибгәрәй ҡыҙы менән алты бала үҫтереп ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырғандар.

Камаловтарҙан ике туған ҡартатайыбыҙ Ғизитдин Хосам улы 1941 йылдың октябрь айында фронтҡа алына, уҡсы булып хеҙмәт итә һәм 1942 йылдың ғинуарында яу яланында батырҙарса һәләк була. Ғаиләһенә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына килә.

Был ваҡиғаларҙың ысын шаһиттарының күбеһе арабыҙҙа юҡ инде. Әммә һәр ғаиләлә документтар, шул йылдарҙағы фотолар һаҡлана. Беҙ был документтарҙан һәм ғаиләнең оло быуын вәкилдәренең хәтирәләре аша һуғыш йылдары тураһында фекер йөрөтә алабыҙ. Һәр һуғыш ветеранын хәтерләүсе, уларҙың наградаларын, орден-миҙалдарын, хәрби билеттарын һаҡлап ҡалған кешеләр иҫән саҡта, беҙ уларҙан яҡындарыбыҙҙың яҙмышы һәм тормош юлы тураһында белергә тейешбеҙ. Был беҙгә, тереләргә, кәрәк, сөнки уларҙың хеҙмәте арҡаһында ирекле илдә йәшәйбеҙ һәм бәхетле бала саҡ кисерәбеҙ. Беҙ немец фашистары менән ҡаты алыштарҙа азатлыҡты яҡлаған ата-бабаларыбыҙҙың, тылда ал-ял белмәй фронт өсөн тир түккән өләсәйҙәребеҙҙең ысын батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡларға бурыслы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас