

Абдрахман Шәмсиевтың йәшлеге һуғыш осорона тура килә. 1926 йылғы яҡташыбыҙ Иҫкесәк ауылында тыуып үҫкән, артабан ғаиләһе менән Аҙнай ауылында йәшәй. Маҡар урта мәктәбен яңы ғына тамамлаған үҫмерҙе 1942 йылдың 14 авгусында хеҙмәткә саҡыралар. Абдрахмән Ғәли улы Алкин станцияһынан алыҫ булмаған ерҙә хәрби әҙерлек үтә. Тәүге айҙа егеттәрҙән 5-6 километр алыҫлыҡтағы урмандан ағас әҙерләтеп ташыталар. Эш ауыр, ашау яғы ла бик наҡыҫ була. Иртәнән алып ҡараңғы төшкәнсе шунда эшләйҙәр. Ул айҙа кейем дә бирмәйҙәр, шуға күрә күптәргә ялан аяҡ йөрөргә тура килә. Күп үҫмерҙәрҙең ауырып китеүе лә ғәжәп булмай.
Айҙан артыҡ ваҡыт үткәс кенә егеттәргә кейем бирәләр, яйлап уҡыу планы менән таныштыралар, һуғыш алымдарына өйрәтәләр. Һалдаттар, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иртәнге етенән киске алтыға тиклем күнекмәләр үтә. Бер аҙҙан артыҡ ябыҡтарҙы, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙы ла, бер взводҡа йыялар, түшәк кәрәк-яраҡтары бирәләр, туҡланыу яғын да бер аҙ яҡшырталар. Уларҙы алты ай буйы өйрәтеп, артабан имтихан ҡабул итеп, сержант званиеһы бирәләр. Ә инде 1943 йылдың ғинуарында Абдрахманды 21 кеше араһынан 27-се запас полкка кесе командир итеп тәғәйенләйҙәр. 1943 йылдың 19 апрелендә иртәнге 05.00 сәғәттә буласаҡ яугирҙарҙы, һеҙ фронтҡа китәһегеҙ, тип станцияға ебәрәләр. Һалдаттарҙы эшелонға тейәп 29 апрелдә Калуга ҡалаһына етәрәк бер станцияла төшөрөп ҡалдыралар. Ул төндө егеттәргә тышта ҡунырға тура килә. Төн һыуыҡ булһа ла, ут яғырға рөхсәт итмәйҙәр. Иртәгәһен уларҙы хәрби берәмектәргә таратып бирәләр. Шәмсиевты 348-се полктың пулемет ротаһына тәғәйенләйҙәр. Яугирҙар 1 Май байрамын ағастар араһында ҡаҙылған землянкала ҡаршылай. 1943 йылдың 27 июлендә улар СпассДемьянский йүнәлешендә марш менән сығып китә. Тәүлегенә йәйәүләп 30-40 километр ара үтәләр һәм әкренләп алғы һыҙатҡа ла яҡынлашалар.
Бына ошо марш үткәндә егеттәр тәүге тапҡыр дошман самолеттарынан ташланған бомбалар аҫтында ҡала.
1943 йылдың 7 авгусында уларҙың полкы, хәрби бурыс алып, алғы һыҙатта урынлаша. Ошо көндән алып дошман менән йөҙгә-йөҙ осрашып алышалар. Ә Еңеү таңын Абдрахман Шәмсиев Литва ерендә Паневежис ҡалаһы эргәһендә ҡаршылай.
Яҡташыбыҙ һуғышта күрһәткән хәрби ҡаҙаныштары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңеү өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Абдрахман Ғәли улы һуғыштан һуңғы осорҙа Аҙнайҙа башланғыс мәктәп мөдире булып эшләй, балаларҙы ла уҡыта. Сығышы менән Көҙән ауылынан булған Шәмсинур менән ғаилә ҡороп, һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Фронтта ҙур батырлыҡтар күрһәткән, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс һалған Абдрахман ағай 2009 йылда вафат була. Беҙ быларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ һәм йәш быуынға еткерәсәкбеҙ.
Фото ғаилә архивынан.