Сара илебеҙҙең 45 төбәгенән 200 ҡатнашыусыны берләштерҙе - тарихсылар, архивсылар, уҡытыусылар, власть, сәнәғәт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре. Форум Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды. Ул аралашыу майҙансығы ғына түгел, Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҡатнашҡан тыл хеҙмәтсәндәренә хөрмәт символы ла булды. Илде һаҡлауға тос өлөш индергән ҡалаларҙың тормошо иғтибар үҙәгендә булды. Шундай ҡалаларҙың береһе - Ишембай.
- Беҙгә Еңеү ниндәй көс һәм тырышлыҡ менән яуланғанын онотмаҫҡа булышлыҡ итеү тигән мөһим миссия йөкмәтелде, - тине форумда ҡатнашыусы Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров. - Ишембайҙар Бөйөк Ватан һуғышы фронтында көрәшә, ә тылдағылар тырыш хеҙмәттәре менән Еңеүҙе яҡынайта. Уларҙың тырышлығы - батҡаҡта, нефттә, станоктар артында йоҡоһоҙ сменалар менән үткәргән ҡоралһыҙ көрәш ул.
Тыл да фронт ул
Һуғыш башланыу менән илдең күпселек нефть табыу төбәктәре дошман ҡулына эләгә. Кавказ аръяғынан нефть ташыу маршруты өҙөлә. Тап шул еңел булмаған осорҙа Ишембай алғы планға сыға. 1941-1945 йылдарҙа «Ишембайнефть» тресы алты нефть табыу урынын үҙләштерә. 1943 йылдың сентябрендә асылған Кинйәбулат ятҡылығы фронт өсөн бигерәк мөһим була. Һуғыш осоронда ил 4,5 миллион тонна Ишембай нефтен ала.
Юғары баш командующий И.В.Сталинға тәғәйенләнгән мөрәжәғәттә Ишембай нефтселәре былай тип яҙа:
«Һуғышта нефттең бик кәрәк икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Фронтта барған хәрби хәрәкәттәрҙән алыҫ булһаҡ та, беҙ ҙә хәрби армия һәм илгә күпме нефть кәрәк, шунса бирәсәкбеҙ. Бөтә көс планды үтәүгә һәм арттырып үтәүгә! Нефттең һәр тоннаһы - Гитлерға беҙҙең залп!» Һуғыш барышында трест бер нисә тапҡыр юғары наградаға эйә була - ГКО СССР, ВЦСПС һәм Нефть сәнәғәте наркоматының күсмә Ҡыҙыл байрағы. 2163 Ишембай нефтсеһе «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Еңеү өсөн эшләүсе заводтар
1936 йылдан Перегонный ҡасабаһында 433-сө нефтте эшкәртеүсе завод эшләй. Һуғыш йылдарында ул илдең яғыулыҡ цехына әйләнә: яҡынса ике миллион тонна нефть эшкәртелә, 700 меңдән ашыу тонна бензин, 195 мең тонна трактор кәрәсине, 43 мең тонна дизель яғыулығы сығарыла. Завод һигеҙ тапҡыр СССР-ҙың нефтселәр араһында социалистик ярыштарында еңеү яулай.
Һуғыш йылдарында Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай нефтен әүҙем эшкәртеү эштәре алып барыла. Бында пиролиз заводы (аҙаҡ ул 411-се Дәүләт союз заводы итеп үҙгәртелә), лампа ҡоромо заводы, ҡорамалдары Грозный ҡалаһынан эвакуацияланған газолиновый завод, көкөртлө завод эшләй. Тап ошо предприятиеларҙа бензин, изобутан, пропан, газлы көкөрт, гипосульфит, тротил өсөн толуола, авиация бензины өсөн төп компонент булған пиробензол һәм ул осорҙа бары тик Ишембайҙа ғына
етештерелгән танк аккумуляторҙары заправкаһы өсөн үҙенсәлекле сара фильмургин етештерелә. Ишембайҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ: 1941-1945 йылдарҙа илебеҙ Ишембай ерендә табылған 4 миллион 392 мең тонна нефть ала. Тап ошо ҡара алтын фронт өсөн ныҡлы терәк була - һәр өсөнсө танк һәм самолет Ишембай нефтенән етештерелгән яғыулыҡ менән ҡуллана.
1941 йыл аҙағына Баҡы ҡалаһынан Ишембайға эвакуацияланған Сталин исемендәге машиналар эшләү заводының да эше баһалап бөткөһөҙ. Тап бында биш миллиондан ашыу «Катюша»лар өсөн реактив снарядтың бер өлөшө етештерелә - был дөйөм күләмдең 40 процентынан күберәк.
Аттар, кейемдәр генә түгел...
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ишембай халҡы, барлыҡ ил кеүек үк, Еңеү өсөн йәшәй һәм эшләй.
1941-1942 йылдарҙа ярҙамсы ауыл хужалыҡтары 112-се башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына көслө, сыҙамлы булған тоҡомдан 400-ҙән ашыу ат ебәрә. Был хәрби операциялар өсөн ҙур терәк була. Һуғыш осоронда ҡалала төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиелары әүҙем эшләй. «Уралнефтезаводстрой», «Башнефтезаводстрой» һәм «Ишимбайгазстрой», 757-се батальон, 3-сө Өфө төҙөлөш тресының 11-се контораһы аҙ ваҡыт эсендә объекттар күтәрә. Каротаж һәм Байғужа формалау ҡом карьерҙары, 2-се кирбес һәм алебастр заводтары ҡала һәм фронтты төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә.
Үҙ эштәрен энергетиктар ҙа башҡара – Ишембай үҙәк электр станцияһы предприятиеларға яҡтылыҡ бирә. Ишембай «Башлесосплав» тресы контораһы ағастар ебәрә. «Ишембайгаз» тресы газ тәьминәте менән шөғөлләнә. Бәйләнеш министрлығы контораһы даими хәбәрҙәр ебәреп тора.
Дөйөм мобилизацияла тимер юл хеҙмәткәрҙәре ҙур роль уйнай, тап улар фронт яны зоналарына һәм алыҫ төбәктәргә нефть һәм күмер еткерә. Уларҙың эше күҙгә ташланмай, ләкин бик файҙалы була.
1941-1945 йылдарҙа Ишембайҙа 13-тән ашыу артель эшләй: «Башҡортостан», «Тәйрүк», «Көҫәпҡол», «Өс ҡайын», «Сатҡы», «Ишембай-тоҙ», «Ҡыҙыл ҡаҙыусы», «Октябрҙең 19 йыллығы», шәхси тегеү оҫтаханаһы, «Алға», «Ишембай-трикотаж», «Күн эштәре менән шөғөлләнеү», «Тирмән-Йылға», «Кузьминовка» һәм башҡалар. Был артелдәр фронт һәм тыл мәнфәғәтенә эшләй, кирбес, алебастр, эзбиз, арба һәм ат егеү кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, йылы кейем, итек, быйма һәм ҡолаҡсынлы башлыҡ етештерә. Бында яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн кәрәк булған бар эште башҡаралар - техника ремонтлайҙар, тундар өсөн һарыҡ тиреһе эшкәртәләр, тоҙ һәм һабын
етештерәләр.
Маҡар районы (хәҙер Ишембай) ваҡытлыса оккупацияланған территорияларҙан биш меңдән артыҡ ҡасаҡты ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта уның ерендә ике машина-трактор станцияһы, 59 колхоз, дүрт совхоз һәм 12 артель эшләй. Улар фронтҡа икмәк, ит, һөт, аттар оҙата. 1948 йылдың 1 октябренә ҡарата 8695 кешегә «1941-1945 йылдарҙағы һуғышта фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» тигән миҙал бирелә.
Ҡала мәктәптәре стеналарына ла тарих уйылып яҙылған: 1-се, 3-сө мәктәптәрҙә хәрби госпиталдәр урынлашҡан була. 2606-сы эвакогоспиталь 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың авгусына тиклем эшләй. Ә 5920-се эвакогоспиталь эстафетаны 1943 йылдың авгусында ала, ул 1944 йылдың декабренә тиклем эшләй. 1945- 1946 йылдарҙа Ишембайҙа махсус госпиталь була. Аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡан ишембайҙарға И.В. Сталиндан ошондай телеграмма килә: «Башҡортостан нефте» эскадрильяһын төҙөүгә 1 165 000 һум аҡса йыйған Ишембай халҡына минән сәләм һәм Ҡыҙыл Армиянан рәхмәт еткерегеҙ». Ошо хаҡта иҫтәлек һаҡлау – беҙҙең бурыс.
Ишембай – ҡала ғына түгел, ә хеҙмәт батырлығы символы ла, бында Еңеүҙе тап ысын эштәр менән яҡынлаштыралар.