Ишембай - Еңеү өсөн
21 Апреля 2025, 09:00

Ғүмер буйы көрәшсе була

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был ваҡиға күпме шатлыҡ-ҡыуанысты һәм күҙ йәштәрен үҙ эсенә алған, йылдар аша күпме исемдәрҙе һәм йөҙҙәрҙе иҫкә төшөрә. Бөгөн беҙ ошо Еңеү өсөн үҙ ғүмерен аямаған кешеләр алдында баш эйәбеҙ, улар тураһында йылы иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк.

Ғүмер буйы көрәшсе булаҒүмер буйы көрәшсе була
Ғүмер буйы көрәшсе була

Кәбир Хәбибрахман улы Иҫәнов 1922 йылдың 15 ғинуарында Һайран ауылында тыуған. Атаһы – мәзин, 1937 йылда репрессиялана, әсәһе йәшләй вафат була. 1939 йылда Кәбир ағай Маҡар ун йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Ул 1939-1941 йылдарҙа Һайран ете йыллыҡ мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың мартына тиклем 1265-се айырым төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә. 1942-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия составында яуҙарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яраланып, госпиталдә дауалана. 1945 йылда демобилизациялана.

Кәбир Иҫәнов Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

«Халыҡ хәтере» тигән сайтта «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнеү документының нөсхәһе бирелгән: «...Иптәш Иҫәнов ротаның кесе командиры. Һуңғы яу операцияларында иптәш Иҫәнов ваҡытҡа һәм ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, яугирҙары менән яу яланынан йәрәхәтләнгән һалдаттар ташлаған (һәләк булғандарҙан сисеп) противогаздарҙы йыйып алып сыға. Ул үҙе генә дошман уты аҫтында 76 противогаз сығара. Сумкаларҙы, противогаздарҙы таҙартыуҙы, тәртипкә килтереүҙе һәм тылға оҙатыуҙы ойоштора».

Һуғыштан һуң Кәбир Хәбибрахман улы Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә һәм педагог һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин уны мәктәптә оҙаҡ эшләтмәйҙәр, Һайран балалар йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр (1948-1951 йылдар). Унда өс йыл эшләгәндән һуң, мәктәптә завуч булып эш башлай.

Ошо осорҙа колхоз тарҡала, унан һуң «Алға» промартеле барлыҡҡа килә. Ауылға партия эшсеһе килеп, халыҡты йыя, һөҙөмтәлә Кәбир Иҫәновты артелгә рәйес итеп һайлайҙар.

Уны артелгә рәйес итеп ҡуйыу ауыл халҡы өсөн бик яҡшы күренеш булды, тип иҫкә ала яҡташтары. Ауылдаштары менән һөйләшә һәм уларҙы эшләтә белде. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тауға барып, йүкә ҡырҡып, һалабаш һалып, өйҙә ҡыш буйы балалары менән ҡап һуға. Ә ирҙәр септә һуға, тәгәрмәс, сана яһай. Ағастан нимә эшләнә – шуның барыһын да эшләйҙәр. Эш булғас, аҡса ла табыла, аҡса булғас, халыҡ тағы ла нығыраҡ дәртләнеп эшләй.

Ауылдаштары ла шундай бер күренеште йыш иҫкә алыр була. Кәбир ағай Яңы йыл алдынан эш хаҡын барып алғанда аҡсаны сумка менән түгел, ә тоҡ менән алып ҡайта. Ҡағыҙ аҡса ла ҙур була ул ваҡытта. Был хәлгә ҡыуанған ауылдаштар ҙур байрам яһай. Шулай итеп, Һайранда артель алға китә, ул заманда иң алдынғыларҙың береһе була.

Артель Маҡар урман хужалығына күскәс, Кәбир Иҫәнов йәнә мәктәпкә завуч булып эшкә ҡайта. Балалар күп, мәктәп эсенә һыймайҙар. Завуч мәктәп директоры Фәрит Барый улы Хәбиров менән башланғыс кластар өсөн бина хәстәрләй башлай. Һөҙөмтәлә бынамын тигән мәктәп ҡалҡып сыға.

Кәбир Иҫәнов 1975 йылдан 1982 йылға, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Һайран ауыл Советы рәйесе вазифаһын биләй. Ошо осорҙа ул, тәү сиратта, Түбән яҡҡа быуа быуа торған күпер эшләтә (әле «Ҡыҙыл күпер» тип атала), артабан кирбестән Көнкүреш йорто һәм магазин һалдырта. Һуңынан ағастан икмәк бешереү цехы төҙөтә – һайрандар үҙҙәре бешергән икмәкте әйләнешкә ебәрә. Шулай уҡ Кәбир Хәбибрахман улының хәстәрлеге менән уҡытыусылар өсөн алты фатир төҙөлә. Ҡатыны, данлыҡлы уҡытыусы Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы менән һигеҙ балаға ғүмер биреп, өлгөлө ғаилә булып, матур тормошта йәшәйҙәр. Кәбир Иҫәнов һуғыштан һуңғы йылдарҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн КПСС обкомының, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының, мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ғүмер буйы көрәшсе була
Ғүмер буйы көрәшсе була
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас