Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция ветераны «Петровск» үҙәгендә булды. «Добрый» ҡушаматлы яугирҙың бала сағы, үҫмер йылдары ошо учреждениела үткән. Хәҙер үҙе дүрт балаға атай булған ир йыш ҡына, ваҡыт табып бында килергә тырыша.
- Үҙәк (элек балалар йорто ине) минең икенсе йортом булды. Ә үҙ өйөңә ҡайтыу һәр саҡ шатлыҡлы ваҡиға. Тәрбиәселәр беҙгә йылы мөнәсәбәттә булды. Бынан сығып киткәнемә 15 йыллап ваҡыт үтте. Хәҙер күптәребеҙҙең үҙ ғаиләһе бар, ҡайһы берәүҙәр ил сиген һаҡларға сафҡа баҫты. Мин дә мобилизация башланғас, һис уйлап тормай, повестка һорап барҙым. Беҙгә бында дөрөҫ тәрбиә бирҙеләр, илһөйәр итеп үҫтерҙеләр, - ти «Добрый».
Әйткәндәй, был ҡушаматты иргә юҡҡа ғына бирмәгәндәр. Ул бәләкәйҙән тыныс холоҡло, ихлас күңелле, аралашыусан, ярҙамсыл була. Һөйкөмлө генә малайҙы тәрбиәселәр тәүге көндән үк ярата.
- Салауат бәләкәйҙән яуаплы, илһөйәр егет булып үҫте. Махсус хәрби операцияға киткәс тә, беҙгә «Борсолмағыҙ, мин бында окоптар ғына ҡаҙам», тип тынысландырҙы. Әлбиттә, быға ышанмай инек. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Жуков миҙалына лайыҡ булды. Ә бындай награда күпте һөйләй. Салауат һәм башҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, - тине ошонда 25 йыл тәрбиәсе булып эшләүсе Айгөл Фәйзуллина.
Украинаға Салауат Ғәлимов 2022 йылдың көҙөндә китә. Хәрби комиссариатҡа ул көн дә эшкә йөрөгән һымаҡ йөрөй. Бәләкәйҙән йөрәк менән сирләгән егетте һаулығы буйынса башта алырға теләмәйҙәр. Әммә ныҡышмал ир үҙ һүҙен һүҙ итеп, теләгенә ирешә.
Етмәһә, күп кенә иптәштәре лә унда. Салауат мотоуҡсылар ғәскәренең 57-се полкына эләгә, төрлө йүнәлештәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Тик былай ҙа батарейка менән эшләп торған йөрәк үҙен һиҙҙертә. «Добрый» Ишембайға ҡайта, әммә күңеле менән ул һаман да алғы һыҙыҡта. Шуға күрә, ҡайтҡас та яуҙаштарына гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора.
- Бөтә район халҡы ярҙам ҡулы һуҙа. Көн дә ирекмәндәр әле был, әле икенсе ауылдан шылтыраталар, посылкалар килеп алыуҙы һорайҙар. Ҡатыным менән ике тапҡыр үҙебеҙҙең машинабыҙҙа гуманитар йөк алып барып ҡайттыҡ. Егеттәргә газ плиталары, баллондар, электрогенераторҙар, госпиталдәгеләргә медицина кәрәк-яраҡтары илттек. Хәҙер өсөнсөгә юлға сығасаҡбыҙ. Дуҫ егет тағылма бирҙе. Был юлы тағы ла күберәк әйберҙәр тейәйәсәкбеҙ. Тыл - икенсе фронт. Унһыҙ еңеп булмаясаҡ, - тип белдерҙе ветеран.
«Петровский» үҙәге хеҙмәткәрҙәре Салауат Ғәлимовҡа тәрбиәләнеүселәр менән бергә әҙерләгән посылкаларҙы, балалар яҙған хаттарҙы тапшырҙы. Уларҙы тиҙерәк яугирҙарға алып барып еткереп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләнеләр.
Автор фотоһы.