Улар ветерандарға һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотланы. Өлкәндәр ирекмәндәргә үҙҙәренең ауыр бала сағы, үҫмер йылдары тураһында бәйән итте.
Беҙ ҙә был уңайҙан тыл ветерандары Амалия Закелова һәм Александра Тутаевала ҡунаҡта булдыҡ.
Хеҙмәт армияһына алыныу
– Бөтә нәмәне ҡул менән эшләнек, - тип башланы әңгәмәне Амалия Закелова. - Нефть үткәргес өсөн траншеяларҙы, икмәк заводын төҙөү өсөн котловандарҙы көрәк менән ҡаҙҙыҡ. Эшләгән өсөн 400 грамм икмәк бирә торғайнылар. Һуңлап ҡалһаҡ, йәки сирләп китһәк, паекты ике тапҡырға кәметәләр.
Амалия Ивановнаға һуғыш башланғанда 14 йәш була. Саратов өлкәһенең Энгельс ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙы 16 йәше тулғас, Ишембайға хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Ир-егеттәр етмәү сәбәпле, бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙарҙың, үҫмерҙәрҙең иңенә төшә. Һуғыш йылдарында төрлө ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә. Баҡы ҡалаһынан Сталин исемендәге машиналар эшләү заводы Ишембайға күсерелгәс, уны ҡатындар һәм балалар урынлаштыра. Улар араһында Амалия Ивановна ла була. Һуғыштан һуң ҡыҙ иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.
– Үҙебеҙ йорттар һалдыҡ, икенсе ҡатҡа кирбестәр ташыныҡ. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сығып, фатирҙарҙа йылытыу батареяларын ҡуйып йөрөнөм. Һигеҙ йыл эшләгәндән һуң, трикотаж фабрикаһына тегенсе булып күстем. Көнкүреш йортонда балаҫтар етештереү производствоһы асылғайны. Шунда туҡыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым, - ти әңгәмәсем.
Амалия Закелова 1952 йылда кейәүгә сыға. Тормош иптәше Иван Иванович менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Ире бер нисә йыл элек вафат булған. Ветеран әбейҙе ҡыҙҙары ҡарай. Бөгөн Амалия Ивановна мул тормошҡа, яҡты, йылы йортҡа, ашарға барлығына һөйөнөп ултыра. Уның тағы ла ҙур ҡыуанысы - алты ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре һәм ике тыуа-тыуасары.
– Беҙҙең йәшлек ауырлыҡта үтте. Хәҙерге балалар беҙ күргәнде күрмәһен ине, - ти ул.
Эшкә теген машинаһы менән
1941 йылда Александра Тутаеваға 12 йәш була. Барыһы ла уға кисә генә булған кеүек.
– 14 йәштән эшләй башланым. Көн һайын теген машинаһын күтәреп Кузьминовка ауылынан фабрикаға тиклем йәйәү йөрөп эшләнем. Ул саҡта фабрикабыҙ Тәйрүк буйында хәҙерге Спорт һарайы тирәһендә урынлашҡайны. Теген машинаң бар икән, тимәк, эшең дә бар. Үлгән һалдаттарҙың кейемдәрен таҙартып, йыуып, үтекләп, эшкәртеп, тағы ла яугирҙарға ебәрә инек, – ти ул.
– Һуғыш башланғанын Баҡы ҡалаһынан эшкә килгән инженерҙан ишеттек. Ул беҙҙә фатирҙа торҙо. Күмәкләп кино ҡарарға барғайныҡ, шунда илебеҙгә фашистар баҫып инеүен әйтте. Александра Тутаева Амалия Закелова кеүек машиналар эшләү заводын урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Йылылыҡ электр станцияһының тауышы буйынса
ваҡыт иҫәпләнгәнен - иртән кешеләрҙе эшкә саҡырып, кискеһен смена тамамланыуын белдереп тауыш биреүен икеһе лә яҡшы хәтерләй. Меңләгән кешенең хеҙмәте көтөп алынған Еңеүҙе шулай яҡынайтырға ярҙамлаша.
– Еңеү көнөн һаман хәтерләйем. Барлыҡ кешеләр ҙә яңылыҡты ишетеп, иҫке автовокзал эргәһендәге почта бүлексәһенә йыйылғайны. Ундағы илаш, ҡыуаныс! - ти Александра Ивановна.
Һуғыштан һуң ҡатын балалар баҡсаһында ашнаҡсы ярҙамсыһы була, декрет ялынан һуң ҡойоу цехында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 40 йәшендә генә биш балаһы менән тол ҡала. Йәшелсә үҫтерә, мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Балалары бәләкәйҙән эшләп үҫә. Бөгөнгө көндә биш балаһы, 11 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре бергә йыйылһа, ғаилә өсөн ҙур байрамға әйләнә.
Ғүмер - бүләк
Ике тыл ветеранын да ауыр һуғыш йылдары һәм унан һуңғы осор ғына түгел, ә рух ныҡлығы, һәр йәшәлгән көнгә рәхмәтле була белеү, ауыр саҡтарҙа ла яҡшыға өмөт итеү берләштерә. Был һоҡланғыс ҡатындар күптәргә өлгө булып тора.
Ғүмер кешегә бүләк итеп бирелгән. Мәҡәләм геройҙары был бүләктең ни тиклем ҡәҙерле икәнен бик яҡшы аңлай.