Кисәгә 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, ошо ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр яраланған, әлеге мәлдә реабилитация үткән яҡташыбыҙ Бехруз Зәйҙуллин да килгәйне. Ул үҙенең яу юлы, хәрби иптәштәре, ауылдаштарҙан посылкалар алыу мәлдәре тураһында һөйләне. Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланғандан бирле, Ишәй ауылының әүҙем ир-егеттәре Айнур Зәйнуллин, Илдар Сәғҙәтов, Артур Заһиҙуллин, Әнүр Тимерәшев һәм башҡалар инициатив төркөм булдырып, ауыл халҡы менән бергәләп гуманитар ярҙам әҙерләүҙе ойошторған.
- Өлөшләтә мобилизация башланып, бергә уйнап үҫкән егеттәр махсус хәрби әҙерлек үтергә юлланғас та, уларға рациялар, тепловизорҙар һәм башҡа кәрәкяраҡтар тейәп, Пенза ҡалаһына юлға сыҡтыҡ. Бынан һуң тағы ла унда ике мәртәбә ылау алып барҙыҡ. Һуңынан Луганск, Донецк өлкәләрендә лә булдыҡ. Бахмут ҡалаһында йәтим балаларға посылкалар илттек. Бөгөнгө көндә Ишәй халҡы менән ярҙам ойоштороуҙы дауам итәбеҙ, бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ. Ишембай районы хакимиәте, ялға ҡайтҡан егеттәр аша посылкалар тапшырып торабыҙ. Ауылдаштарға ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти Айнур Зәйнуллин.
Килгән ҡунаҡтарға мәктәп коллективы тарафынан әҙерләнгән матур концерт күрһәтелде. Сара барыһы өсөн дә бик тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Уҡыусылар ауылдаштары миҫалында ысын геройҙарҙың беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен, уларҙың үҙ иленең ысын граждандары булыуын күрҙе.
Ишәй мәктәбе директоры Айнур Ғиззәтуллин сараның Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә үткәрелеүен белдерҙе.
- Тылда ошолай берҙәм булып, яугирҙарҙың яҡындарына иғтибар, хөрмәт күрһәтһәк, егеттәребеҙгә лә еңелерәк булыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡ элек-электән илһөйәр, рухлы булған. Махсус хәрби операция осоронда был тойғолар тағы ла нығынды. Тылда ошолай ныҡлы, берҙәм булғанда, беҙ, һис шикһеҙ, еңәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Айнур Илдар улы.
Сара аҙағында махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә стенд асылды. Бөгөнгө көндә Ишәй ауылынан байтаҡ егеттәр алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурыстарын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙың иҫтәлегенә сәскәләр һалынды. Барлыҡ йыйылыусылар тиҙерәк тыныс тормош урынлашыуын, егеттәрҙең иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп таралышты.
Автор фотолары.