18 мартта Көҙән ауылы мәктәбендә ветеран ауылдаштар менән осрашыу ойошторолдо. Бабайҙар үҙҙәренең ауыр һуғыш йылдарындағы, унан һуңғы осорҙағы тормоштары, тырыш хеҙмәттәре тураһында һөйләне. Көҙән мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡтарҙы махсус хәрби операциялағы яҡташ яугирҙарға күрһәткән ярҙамдары менән таныштырҙы, маскировка селтәрҙәре үреп күрһәтте. Ветерандар балаларҙың был изге эшен юғары баһаланы. Осрашыу бик йәнле һәм фәһемле булды.
Ошо уҡ көндө «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы менән Верхотор ауылында йәшәүсе Надежда Яковлевна Сорокина бүләкләнде. Инәйгә уны Верхотор ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Турчин тапшырҙы.
Фотолар мәктәп архивынан