«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонында фельдшер булып хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Бәләкәйҙән ауылда абруйлы, хөрмәтле кеше булған Солтан олатаһының тәрбиәһен күреп үҫкән егет уның исемен үҙенә хәрби ҡушамат итеп алған. Махсус хәрби операцияға ул 2023 йылдың йәйендә үҙ теләге менән юллана.
- Бәләкәйҙән олатайым мине гел үҙе менән йөрөттө. Күрәҙәлек һәләте лә булғандыр үҙендә, һәр саҡ хәрби табип булырһың, тип әйтер ине. Ысынлап та, ауылдың башланғыс мәктәбен, 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, медицина колледжына уҡырға индем. Әрме сафтарын йөрөп ҡайтҡас, ауылда фельдшер булып эшләнем, аҙаҡ Стәрлегә күстем, - ти ул.
Яҡташыбыҙ бәләкәйҙән шуҡ, әрһеҙ, ҡыйыу егет булып үҫә. Гимназияла уҡығанда каратэ, кикбоксинг түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Өлкән улы ҡайтыу хөрмәтенә мул итеп табын әҙерләп, өтәләнеп йүгереп йөрөгән яугирҙың әсәһе Асия апай ҙа һүҙгә ҡушылды.
- Улым бала саҡтан туған йәнле булды. Интернатта йәшәгәндә төшкөлөккә тип бирелгән алма, апельсиндарҙы үҙе ашамай, бер тоҡсай итеп йыйып, өйгә күстәнәс итеп алып ҡайтты. Һәр саҡ үҙен түгел, кешене ҡайғыртып йәшәй. Фалиж һуҡҡан күрше инәйҙе лә оҙаҡ йылдар ҡарап, аяҡҡа баҫтырып ебәрҙе. Коронавирус ваҡытында ла ауылдаштарына, яҡташтарына ярҙамы күп тейҙе. Беҙгә донъя көтөүгә еңел булһын тип, өйгә һыу үткәрҙе. Улымдың ярҙамы һәр саҡ ҙур, - ти ул ғорурлыҡ менән.
Кешелекле, хәстәрлекле, изге күңелле шәхес булып үҫеүендә олатаһы Солтан Сәләхетдин улының тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Бала саҡта унан бер тотам да ҡалмаған малай ололар эшен эшләп, сынығып үҫә. Олатаһы уға дарыу үләндәрен танырға өйрәтә.
- Атайым менән көнө буйы урманда, бесәндә йөрөп кискеһен генә әйләнеп ҡайтырҙар ине. Ҡорот һурып, шишмә һыуын эсеп, күгәүендән таланып, асығып ҡайтһа ла, мыжыманы, сыҙам булды, эште емертеп эшләне. Дүртенсе кластан атҡа менеп, күбә тарттырҙы. Үҙебеҙгә эшләп бөтһәк, ауыл халҡына ла ярҙам итте. Үҙем урмансы булғас, утын менән булыштым. Дуҫтары менән килеп бер машина утынды «һә» тигәнсә ярып ҡуйырҙар ине. Беҙҙең тоҡомда бөтә ир-аттар ҙа әрме хеҙмәтен лайыҡлы үткән. Улым да Ватан алдындағы бурысын ҙур намыҫ менән үтәне. Мобилизация башланып, егеттәр цинк табуттарҙа ҡайта башлағас, былай булмай, егеттәргә ярҙам итә торған һөнәрем була тороп, бында тыныс ята алмайым, тип китергә теләк белдерҙе. Ҡаршы торманыҡ, - ти атаһы Хөрмәт Ямалов.
«Солтан» взвод командиры - эвакуация полкы етәксеһе. Уның бурысы – яралыларҙы яу яланынан алып сығыу, уларға тәүге ашығыс ярҙам күрһәтеү, хәүефһеҙ урынға күсереү. «Солтан» ике меңгә яҡын яугирға медицина ярҙамы күрһәткән. Күкрәгендәге «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарғаны өсөн», Шайморатов миҙалдары уның ҡыйыулығы һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәүе хаҡында һөйләй.
- Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрттеме? - тип һорайым яҡташыбыҙҙан.
- Аҙналар буйы һыуһыҙ интегеп, боҙ имеп ятҡан ваҡыттар булды. Шул ваҡытта икмәктең, һыуҙың ҡәҙерен белергә өйрәндек. Снарядтар төшә, төнгөһөн “мәскәй әбейҙәр” оса башлап, ғүмерең ҡыл өҫтөндә торған саҡта, үҙеңде һаҡларға өйрәнәһең. Миндә үҙем өсөн генә түгел, башҡаларҙың ғүмерҙәре, һаулыҡтары өсөн дә ҙур яуаплылыҡ ята. Әгәр үҙем менән берәй нәмә булһа, яралыларға кем ярҙам итер, тигән уй килә башҡа. Ата-әсәйемдең, туғандарымдың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәндем, - ти яугир. - Күктә көнө-төнө беҙҙе дрондар төшөрөп торғас, үҙебеҙҙе актёрҙар һымаҡ хис итә башланыҡ, - тип шаяртып та алды.
Асия апайҙың тәмле аштарын ашағас, яугир ауылдың күрке булып ултырған мәсеткә инеп, хәрби хеҙмәттә һәләк булған яуҙаштарының рухтарына бағышлап, барлыҡ яугирҙарҙың иҫәнһау ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды. Әйткәндәй, был мәсетте атаһы Хөрмәт Солтан улы ауылдаштар ярҙамы менән төҙөгән. Иман йорто 18 йәшендә генә ҡаты сирҙән донъя ҡуйған «Альмира» ҡыҙының исемен йөрөтә.
Артабан яугир Ҡолғона мәҙәниәт йортона юл тотто. Клубҡа килеп ингәндә яурындарына йәшел таҫмалар элеп алған Ҡолғонаның әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ең һыҙғанып маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл ине. Махсус хәрби операция башланғандан алып ауылдаштар бергәләшеп илленән ашыу селтәр үргән. Был эште иң тәүҙә Гөлфиә Ғөбәйҙуллина башлап ебәргән. «Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәйек» тип аталған төркөм асып, махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйыу ойошторған. Интернеттан материалдар яҙҙырып алып, изге эш башлағандар. Эш барышында ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙарын көйләргә лә өлгөрә.
- Яңы йылға тиклем 11 егетебеҙгә исемле посылкалар ебәрҙек. Быйыл 23 февралгә 12 посылка әҙерләнек. Ауыл Советы хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы йыйылышып, блиндаж шәмдәре, дронға ҡаршы юрғандар әҙерләнек. Өйҙән ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләп, бауырһаҡтар, сәк-сәктәр бешереп, туҡмастар киҫеп килтерҙеләр. Һәммәбеҙҙең дә теләге бер - тиҙерәк һалдаттарыбыҙ ғаиләләренә иҫәнһау әйләнеп ҡайтһын, - ти китапханасы Фәнилә Яхина.
Селтәргә бәйләр өсөн туҡыма киҫәктәрен ҡырҡып тороусы Маһира Фәтиеваға таҫмаларҙы үлсәр өсөн хатта линейка ла кәрәкмәй. Барыһын да күҙҙәре менән самалап эшләп өйрәнгән ул.
- Улым ут эсендә йөрөгәндә, өйҙә тыныс ҡала алманым. Эшләй-эшләй оҫтарып бөттөк хәҙер. Ҡыҙҙарға ҡырҡып өлгөртөп кенә торам. Петровск ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ туҡыманы бер юлы алты киҫәктәргә ҡырҡа торған махсус ҡорамал эшләп ебәрҙе. Был эште бик еңелләштерҙе. Өлгөһөн башҡа ауылдарға ла фотоға төшөрөп ебәрҙек, - ти Маһира апай.
«Солтан» яҡташтары менән күрешкәс, үҙе лә селтәр үреүгә ҡушылды. Тегендә меңләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған был селтәрҙәрҙең ни тиклем кәрәкле әйбер икәнлеген яугир ишетеп кенә белмәй.
- Инәйҙәр, апайҙар әҙерләп ебәргән бөтә посылкалар ҙа ваҡытында килеп тора. Уларҙы район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов менән Илдар Фәтиев үҙҙәре шәхсән килеп ҡулға тапшырып китә. Беҙҙең полкта башҡа милләттәр ҙә бик күп. Улар беҙҙәге берҙәмлеккә һоҡлана. Ауылдаштарға, район халҡына ысын күңелдән бөтә яугирҙар исеменән рәхмәт белдерәм һәм улар алдында баш эйәм. Алла бирһә, еңеүҙе бергәләп яҡынайтабыҙ, - тине ихлас күңелдән яугир. Был көндө ауылдаштар өсөн тағы ла ҡыуаныслы ваҡиға булды. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Рама» һәм «Терминатор» ҡушаматлы яҡташтар ҙа клубҡа килде. Уларҙы оло хөрмәт менән ҡаршы алдылар. «Рама» өлөшләтә мобилизация башланғандың тәүге көндәренән үк махсус хәрби операцияға юлланһа, «Терминатор» биш йылға контракт төҙөгән.
- Беҙҙең ауыл Советы биләмәһенән байтаҡ егеттәр алғы һыҙыҡҡа юлланды. Бәләкәйҙән ҡулдарына балта, көрәк тотоп, эшкә әрһеҙ булып үҫкән егеттәребеҙ үҙҙәрен унда һынатмай. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, һәр саҡ яҡшы иҫәптә. Улар беҙҙең өсөн ысын геройҙар. Ауылдаштарыма ла битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Яугир ир-егеттәргә ярҙам итеү эшенең туҡтап торғаны ла юҡ, - тине Ҡолғона ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Фәтиева.
«Күмәкләгән яу ҡайтарған» ти халыҡ мәҡәле. Илебеҙ ауырлыҡ кисергән осорҙа төпкөл ауылдарҙа ла бер кемдең дә битараф ҡалмауына, рухлы халыҡ йәшәүенә һоҡланып ҡайтырға сыҡтыҡ. Афарин! Берҙәмлектә - көс!
Автор фотолары.