Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһы һәм районы ирекмәндәре һәм активистары Йәштәр һарайында осрашыу үткәрҙе. Махсус хәрби операция зонаһына посылкалар ебәреү алдынан хәҙрәт доға уҡыны.
- Гуманитар ярҙамды ойоштороусы һәм оҙатып барыусы Рәмил Янишев, ә фура водителе Константин Юдичев. Гуманитар ярҙам дөйөм тырышлыҡ менән йыйылды, фураға өс “уазик”, посылкалар тейәнек. Һәр ҡумта тыуған йорт йылыһы булараҡ яугирҙарға барып етер, тип өмөтләнеп йыйылды. Һәм ул мотлаҡ беҙҙең доғаларыбыҙ менән барып етер, - тине “Башҡортостан һаҡсылары” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкиле Гөлнара Вәлиуллина.
Шулай уҡ ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн “Башҡортостан һаҡсылары” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан рәхмәт хаттары алды.
Иҫке Ишембай, Түбәнге Әрмет, Смаҡай, Уразбай ауылдары халҡы, “БлагоДарю” ойошмаһы махсус хәрби операция зонаһына посылкалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ беҙҙең яугирҙарға исемле посылкалар ҙа ебәрелә, сөнки яҡташтарыбыҙ уларҙы бик көтә.
- Беҙ, Смаҡай биҫтәһе халҡы, өс йылға яҡын һалдаттарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Махсус хәрби операция башланғас та, шәмдәр эшләй башланыҡ, 4300 дананан ашыу шәм ебәрелде лә инде. Йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләнек, аҙыҡ-түлек, ҡайнатмалар, тәмлекәстәр, үҙебеҙ йыйып сәйҙәр әҙерләп оҙаттыҡ. Беҙ улдарыбыҙҙың еңеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Әлбиттә, көтөүе ауыр, сөнки балалар атайһыҙ үҫә. Күҙ йәштәрһеҙ был посылкаларҙы ебәрә алмайбыҙ. Көтәбеҙ, улар өсөн доға ҡылабыҙ, - ти Смаҡай биҫтәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Насирова.
Халҡыбыҙға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Ул дөйөм еңеүгә һәм яугирҙарыбыҙҙың рух көсөн нығытыуға юл аса. Гуманитар ярҙамды киләһе оҙатыу 10 мартта планлаштырыла.