Был партала яҡташтарыбыҙҙың фотолары урынлашҡан, уларҙың биографияһы, тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Батырҙарыбыҙ тураһында белеү, уларҙы онотмау беҙҙең бурыс. Егеттәребеҙ үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй тыуған илен һаҡлап ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар яҡты иҫтәлек булып мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр.
“Герой партаһы” артында иң лайыҡлы уҡыусылар: уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре ултырасаҡ. Сарала Этҡол һәм Уразбай ауылы батырҙары тураһында яҡындары, уҡытыусылары ла бик күп йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һүҙ барҙы.
Беҙҙең яҡты тормошобоҙ, аяҙ күк йөҙөбөҙ өсөн үҙ йәнен йәлләмәгән геройҙарыбыҙҙы ысын ир-ететтәр итеп тәрбиәләгән ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Этҡол һәм Уразбай ауылы батырҙарының ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ!