Ишембай - Еңеү өсөн
7 Февраль 2025, 10:50

85 йыл хеҙмәт һәм үҫеш

Юбилей даталары урындағы матбуғатта нисек билдәләнгән?

Киләһе дүшәмбе Ишембай үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаясаҡ. 1930-сы йылдарҙағы нефть промыслаһының әүҙем үҫеше эшселәр ҡасабаһының ҡала булып китеүенә этәргес бирә. Был үҙгәреш РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 10 февралендәге ҡарары менән дәлилләнә. Ошо уҡ ҡарар менән Ишембайға Бурансы, Ҡөҫәпҡол һәм Смаҡай тораҡ пункттары биләмәләре лә индерелә. Яңы ҡалала ҡара алтын табыу, ташыу һәм эшкәртеү менән бәйле тормош ҡайнай. Ул осорҙа Ишембайҙа 23330 халыҡ иҫәпләнә, һигеҙ предприятие, һигеҙ башланғыс, дүрт тулы булмаған һәм урта мәктәп була. Мәктәптәрҙә 5470 бала уҡый, 217 уҡытыусы эшләй. Яңы ҡалала шулай уҡ алты балалар баҡсаһы, дүрт медицина учреждениеһы һәм 20 мең китап фонды тупланған ике китапхана була.

“Утыҙ йылың тулған сағыңда көсөң артһын, ҡалам, тағы ла”

“Восход” гәзитенән алда сыҡҡан “Башҡорт вышкаһы” гәзитенең 1940 йылдың февраль һанын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә табыу еңелдән булманы. Ишембай районы архивында гәзиттең был һаны табылманы. Республиканың милли архивында ла “Башҡорт вышкаһы” гәзитенең 1940 йылдың февралендә сыҡҡан һанының тик берәүһе генә табылды, тик унда Ишембайға ҡала статусы бирелеүе тураһында бер һүҙ яҙылмағанлығы асыҡланды.

1940-сы, 50-се, 60-сы йылдарҙа матбуғатта ҡаланың иҫтәлекле даталары билдәләнгәнме икәнлеге тураһында әйтеүе ҡыйын. Ул ваҡытта урындағы район гәзиттәрендә, айырыуса үҙәк баҫмаларҙа, коммунистик партияның, Владимир Лениндың буласаҡ юбилейҙарына һәм башҡа идеология байрамдарына күберәк иғтибар бүленгән.

“Восход” гәзите 1970 йылдың 10 февраль һанында уҡыусыларға беренсе биттә үк “Ишембайға – 30 йыл” тигән күләмле мәҡәлә тәҡдим итә. Был мәҡәлә 1940 йылдың ҡарары менән тулыландырылған була. Мәҡәлә авторы – ҡала башҡарма комитеты рәйесе Владимир Поляков. Тарихҡа ҡыҫҡа байҡауҙан һуң мәҡәләлә 1970 йылдың башына ҡарата ҡала торошо тураһында һүҙ бара: һуңғы дүрт йылда 60 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә, был иһә “ҡасабалар халҡын авария хәлендәге барактарҙан һәм землянкаларҙан яңы йорттарға күсереү мөмкинлеген бирә”. Шулай уҡ мәктәптәр, дауаханалар, поликлиника төҙөлөшө, йорттарға газ үткәреү һәм башҡа коммуникациялар тураһында яҙыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, был яҙма Ишембайҙың социаль-иҡтисади торошо тураһында отчет.

Байрам тураһында гәзит биттәрендә юбилей мәҡәләләре генә түгел, биҙәлеше лә иҫкә төшөрә: беренсе биттә иң өҫтә ҡаланы тыуған көнө менән ҡотлаған, ә өсөнсө биттә: “Утыҙ йылың тулған сағыңда, көсөң артһын, ҡалам, тағы ла” - тигән яҙмалар бар. Эске биттәрҙә ике яҡлап ситтән колонка менән: “Үткән көндәргә ҡайтып” - тигән ҡаланың хронология йылъяҙмаһы урын алған. Надежда Татарова менән әңгәмә очерк стилендә яҙылған. Гитлерсыларға ҡаршы көрәшкән ҡатын утыҙ йыл дауамында башҡарма комитет сәркәтибе булып хеҙмәт итә. Журналист Д.Сашина матур әйләнештәр ҡулланып, мәҡәләне шул йылдарға хас стандарт фактура менән яҙған. Мәҡәлә геройы даими рәүештә юғары социаль йөкләмәләр алыуы менән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Бында иң мөһиме – Надежда Ивановнаның иҫтәлектәре.

Журналист яҙыуынса: “Ишембай уның күҙҙәре алдында үҫә. Уның хәтерендә ҡала төрлө – батҡаҡ араһындағы берҙәнбер ағас тротуарлы, саман бараклы... Ҡала халҡының шатлығы – уның да шатлығы. Йорттар төҙөлөшө – шатлыҡ. Киров исемендәге яңы клубта кисә – шатлыҡ. Йәнә бер урамға асфальт түшәлде – бик яҡшы!” 

Айыуҙар һәм геологтарҙан башҡа берәү ҙә юҡ

1990 йылда Ишембайҙың ярты быуатлыҡ юбилейын гәзит үҙ биттәрендә бик сағыу билдәләй – танылған ғалимдарҙың һәм СССР-ҙың халыҡ депутаттарының ҡотлау телеграммалары, ҡаланың аҡһаҡалдары иҫтәлектәре, көнүҙәк әңгәмәләр баҫыла. Ҡала Советы башҡарма комитеты башлығы Юрий Уткиндың да ҡаҙаныштары тураһында отчеты була. Статистикаға ярашлы, 35 йыл элек Ишембайҙың 71 мең халҡына 4500 автомобилле кеше тура килә (күпселек йәйәүлеләр ул осорҙо һағынып иҫкә ала!). 17500 кешелә телевизор була. “Зәңгәр экран”дар ул ваҡытта бөтә ғаиләгә берәү була, шуға ла телевизор ҡараусылар 17500 түгел, ә өс, хатта дүрт тапҡырға күберәк була. Шул уҡ хәл стационар телефондарға ла ҡағыла (мобиль телефондар тураһында ул ваҡытта хатта хыялланмайҙар ҙа) – ул ҡалала йәшәүсе һәр бишенсе ғаиләлә була.

Икенсе биттәге һорау алыу ҙа бик
ҡыҙыҡлы – редакция башҡа ерҙән килеп,
ИЗТМ-да (әлеге “Витязь” машиналар
эшләү компанияһы) эшләүсе халыҡтан
Ишембай оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһынған.
Сергей Котов, мәҫәлән, беҙҙең ҡалаға
Бауман исемендәге Мәскәү Юғары техник училищеһын тамамлағандан һуң
килә һәм урындағы ҡыҙға өйләнә. Котов
бындағы тәбиғәт матурлығына һоҡлана
һәм Ишембайҙа йәшәп үҙен бер ҙә цивилизациянан ситләшкән, тип иҫәпләмәй.
Бары тик уны эргәлә генә төтөн сығарып
тороусы торбаларҙы күреү аптырата.
Алексей Трошин 1981 йылда Ҡазандан
күсеп килә. Уны “Икар”ҙан башҡа һуңғы
йылдарҙа ҡалала башҡа мәҙәни объекттар төҙөлмәүе борсой. Бөтә ҡалаға бер
генә спорт һарайы була. Был хәл дзюдо буйынса тренер һәм спорт мастеры
булған Трошинды борсой. “Әммә ләкин
саңғы базаһы бик яҡшы”, - тип өҫтәй
Алексей. Спикерҙар экология проблемалары, бысраҡ һауа арҡаһында ҡаланан
китеүсе йәштәр тураһында ла һөйләй.
Өсөнсө биттә танылған геолог Алексей Блохинға ҡағылышлы үҙенсәлекле
мәҡәлә. Унһыҙ Ишембайҙа тәүге башҡорт
нефтен табыу уңышын күҙ алдына ла килтереп булмай. Журналистар телефон аша
Блохиндың ҡыҙҙарының береһе менән
бәйләнешкә ингән, Татьяна Алексеевна
1930-сы йылдар башында атаһы яҙған
хаттарҙан өҙөктәр уҡып ишеттергән.
Хаттар геологтың ҡатыны Евгения
Никольскаяға (1988 йылда вафат була)
яҙылған.
Ул йылдарҙа нефть ятҡылыҡтарындағы
тормошто һәм эш шарттарын һүрәтләгән
өҙөктәр килтерәбеҙ:
“...Әлегә бик аҙ эшләнек. Сөнки аҙыҡтүлеккә нарядты һуң алдым, ә бында
унһыҙ бөтөнләй эшләп булмай, сөнки
ауылдарҙа икмәкте бер ниндәй аҡсаға
ла табырлыҡ түгел. Ғөмүмән, аҙыҡтүлекте Мәскәүгә ҡарағанда ла табыуы
ҡыйыныраҡ.”
“Туҡланыуҙы хәл иттем: Ағиҙел ярында
урман ағыҙыу буйынса контора осраттым
– уларҙа туҡланабыҙ, юғиһә, ҡыйын булыр ине”.
“Институт дирекцияһы аша дүрт пар күн
табанлы итек һәм дүрт брезент плащ таба алһаң, яҡшы булыр ине. Был әйберҙәрҙең юҡлығы аҙ ғына ямғыр яуғанда ла эште көндәргә, хатта айҙарға туҡтатыуы ихтимал. Һуңғы ике көн ямғыр яуа, шуға эштән тулыһынса һыуланып ҡайтабыҙ.”

“Тәбиғәт бында ысынлап та һоҡланғыс, шунлыҡтан мин үҙемде эшләргә түгел, ә курортҡа килгән кеүек хис итәм. Һоҡланғыс урман, айыуҙар һәм геологтарҙан башҡа берәү ҙә йөрөмәгән урындар, сәскәле аҡландар.”

Журналист Г.Ғилманова яҙған әңгәмәлә
Алексей Блохиндың ҡыҙы атаһының районды бик яратыуын һәм һәр ваҡыт “минең
Ишембайым”, тип һөйләүен билдәләй.
Сөнки геолог бар тормошон ошо ерҙәргә
бағышлай. Алексей Александрович
башҡарған күләмле эштәрһеҙ ҙә ҡала,
бәлки, барлыҡҡа килер ине, әммә ул
бөтөнләй башҡа төрлө булыр ине.
“Восход” гәзите төпләмәләрен ҡараған
саҡта 50, 40, 30 йыл элек булған ҡаланы
әлеге осор менән сағыштыраһың.
Ҡайһы бер тармаҡтарҙа Ишембай төрлө
сәбәптәр менән элекке алдынғылыҡты
юғалтҡан, әлбиттә, ләкин ҡайһы бер
йүнәлештәр буйынса ул күпкә алға киткән.
Әммә иң мөһиме - ҡала һәр ваҡыт үҫешкә
йүнәлтелгән.
Ағас барактар араһында ҡалҡып
сыҡҡан тәүге күп ҡатлы йорттар, батҡаҡ
араһындағы асфальт юлдар, заманса майҙандар, парктар һәм скверҙар –
быға тиклем бик ҡатмарлы юл үтелгән.
Был юлды ҡала үҙенең халҡы менән
бергә үтә, ә улар үҙ сиратында ҡаланың
йөҙөн булдыра. Үҙенең 85 йәшен Ишембай ғорурланырлыҡ бай тарихы һәм
ҡаҙаныштары менән ҡаршылай.

Автор:Владимир Парфиров
Читайте нас