Күптән түгел Ишембай һөнәрселек колледжында Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы үтте. Уҡыу йорто студенттары марш аҫтында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреп сыҡты. Гимндар яңғырай.
Тантана һалдат әсәләренә һәм ҡатындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү менән башланды. Уларға колледж етәкселегенән һәм студенттарынан рәхмәт хаттары тапшырылды. Был ғаиләләрҙең илде һаҡлауға индергән өлөшөн бер һүҙ менән дә тасуирлап булмай.
– Ватандың лайыҡлы улдарын тәрбиәләгән әсәйҙәр, һөйгәндәренә ярҙам иткән ҡатындар алдында баш эйәм, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында тарихтыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Андрей Шилин. – Беҙ МХО музейын төҙөүҙе тамамлайбыҙ һәм унда хәрби хәрәкәттәрҙең тулы тарихы сағылһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ.
Сараның абруйлы ҡунаҡтары араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Йәмил Яҡупов та бар ине. “Дикий” ҡушаматлы яугир биш йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң ул беренсе контрактҡа ҡул ҡуя. Махсус хәрби операция башланғас, егет өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәнгә тиклем үк, хәрби комиссариатҡа килә.
Йәмил Яҡупов тәүгеләрҙән булып Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙары рәтенә инә. 25 йәшендә ул хәрби хәрәкәттәр ветераны була. Йыл башында “Дикий” яраланыу сәбәпле хәрби хеҙмәтен тамамлай.
- Бөгөн махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә бәйле ҙур пландарым бар. Алғы һыҙыҡҡа барған гуманитар конвойҙарҙы оҙатырға теләйем, – тип һөйләне Йәмил Яҡупов. - Дәүләт кимәлендә беҙгә иғтибар булыуына бик шатмын. Яугирҙарҙы даими рәүештә төрлө сараларға саҡыралар, унда йәш быуын менән аралашабыҙ. Махсус хәрби операция зонаһында ла яугирҙар тураһында онотмайҙар. Башҡортостан үҙ ир-егеттәрен бөтә кәрәкле әйберҙәр менән яҡшы тәьмин итә. Ишембайҙан да бик күп посылкалар килде, бының өсөн яҡташтарыма айырым рәхмәт белдерәм.
Бындай осрашыуҙарҙа алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға даими ярҙам күрһәтеүселәрҙе лә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Әлмира Шәрәфетдинова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ихтыяждары өсөн әйберҙәр эшләүсе ҙур цехҡа нигеҙ һала. Антидрон юрғандар, носилкалар, сапер сумкалары, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары, госпиталь өсөн мендәрҙәр – “БлагоДарим” төркөмө ирекмәндәре бөтәһе 20-гә яҡын төр продукция етештерә.
- Беҙҙең изделиелар хәрби шарттарҙа тикшереү үтте. Посылкалар менән күңел йылыһын һәм доғаларыбыҙҙы ебәрәбеҙ, – ти Әлмира Шәрәфетдинова. - Беҙ маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса бер цехтан башлағайныҡ, ә бөгөн өс бүлмә лә тар. Ишембай һөнәрселек колледжы етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәм, улар беҙгә дөйөм ятаҡ бинаһынан урын бүлделәр, унда 2023 йылдан алып эшләйбеҙ. Бынан тыш, Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары ла һәр ваҡыт ярҙам итәләр.
Үҙ сиратында, колледждың уҡыу-производство эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Беднякова “БлагоДарим” төркөмө ирекмәндәре менән берлектәге хәйриә эше дауам ителәсәген белдерҙе. Сара Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығышы менән дауам итте. Сағыу номерҙарҙан торған концерт һәр кемдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
- Миңә бөгөн барыһы ла бик оҡшаны, - тине колледж студенты Надежда Колышева. - Беҙҙең колледжда махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү акциялары
даими үткәрелеп тора. Мин маскировка селтәрҙәрен үреүҙә һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаштым. - Бөгөнгө сарала мин уҡытыусыбыҙҙың ире алғы һыҙыҡта икәнлеген белдем. Быға бик аптыраным һәм һоҡландым, – тип өҫтәне студент Павел Цветков.
Махсус хәрби операция айырым ғаиләләр һәм бөтә ил тарихының бер өлөшө булып тора. Күп кенә ваҡиғалар беҙҙең яугирҙарҙың ныҡлы тылы булыуын раҫлай. Уларҙың береһе - Ишембай һөнәрселек колледжында Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы.
Автор фотоһы.