Бөтә яңылыҡтар
Ишембай - Еңеү өсөн
1 Февраль , 21:00

“Ирҙәр тыуған илде һаҡлау өсөн тыуа”

Ишембайҙа йәшәүсе ир ике тапҡыр махсус хәрби операцияға китеүе хаҡында һөйләне

Ғәҙәти булмаған “Неваляй” ҡушаматын ул “Вагнер” шәхси хәрби компанияһында ала. Махсус хәрби операция башланғас Евгений Девяткин нәҡ шунда хеҙмәт итә. 2023
йылдың апрелендә уның контракты тамамлана һәм яҡташыбыҙға тыуған ҡалаһында тормошон дауам итеү мөмкинлеге тыуа. Әммә ул ошо уҡ йылдың июнендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

- Мин армияла хеҙмәт итмәнем, әммә Ватан алдында үҙ бурысымды үтәргә тейешмен, тигән ҡарарға килдем, – ти әңгәмәсем. - Минең артымдан туғаным, кейәүем (бер туған һеңлемдең ире) һәм ҡустым махсус хәрби операцияға юлланды. Минеңсә, ир-ат тыуған илен һаҡлау өсөн тыуа.

Евгений Девяткин йыл ярымдан ашыу разведротала хеҙмәт итә. Һалдаттарҙы ут һыҙығы артына алып сыға, йыш ҡына яңы хәрбиҙәр менән бергә һуғышҡа инә. 2023 йылда яралана. “Неваляй” дошмандың пилотһыҙ осоусы аппаратының уты аҫтына эләгә. Һауыҡҡас, яңынан алғы һыҙыҡҡа китә, бөгөнгө көндә 31-се башҡорт полкында прапорщик дәрәжәһендә хеҙмәт итә.

- Хеҙмәттәштәрем араһында ишембайҙар байтаҡ, – тип һөйләй Евгений. – Яҡташтар менән хеҙмәт итеү әхлаҡи яҡтан еңел түгел, сөнки улар өсөн туғандарың кеүек борсолаһың. Ҡайһы ваҡыт һуғыштан тере һәм яраланмайынса сығыу өсөн доға ҡылаһың. Отпуск ваҡытында хеҙмәттәштәрем менән осрашам, алғы һыҙыҡта ҡалған яугирҙар менән дә аралашам.

Әңгәмәләшкән арала мин унан хәрби формаһын биҙәгән миҙалдары тураһында ла һораштым. Евгений һөйләүенсә, ул “Вагнер” шәхси хәрби компанияһына ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, шулай уҡ ике “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары бар. Ғәҙәттә, яугирҙар үҙҙәренең наградалары, нимә өсөн бүләкләгәндәре тураһында бик һөйләп бармай.

- Хәрби бурыс - ул эш, - тип аңлата махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. - Уны яҡшы итеп үтәргә кәрәк. Беҙ тиҙерәк еңеп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуы өсөн тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булғандарҙың, шулай уҡ ут аҫтында яралы һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған санитарҙарҙың барыһына ла шуны теләйем, – тип йомғаҡланы һүҙен Евгений Девяткин.


Автор фотоһы

Автор:Елена Алексеева
Читайте нас: