Ишембай - Еңеү өсөн
24 Ғинуар 2025, 10:50

Эштәре менән ҡалаға маҡтаулы исем килтергән кешеләр тураһында

Ишембай - Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы! «Икенсе Баҡы» үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ошо почетлы исемдә билдәләргә әҙерләнә. Был исемгә ҡала һуғыш йылдарында халыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Тыуған илгә һөйөүе менән лайыҡ булды. Быға мәктәпкә уҡырға барыу урынына нефть эшкәртеү заводына эшкә ашыҡҡандар, яғыулыҡ тейәлгән эшелондар өсөн ҡулдары менән тимер юлдарҙы таҙартҡандар, һуғыш яландарынан һуң яңы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә киткәндәр - барыһы ла лайыҡ. Беҙ ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында тарих һаҡлаған ҡала халҡы менән аралаштыҡ.

Мәктәп эскәмйәһенән заводҡа

Тыл хеҙмәтсәне Сулпан Хөсәйен ҡыҙы
Мирхәйҙәроваға 98 йәш. Ул һуғыш башланыуын, атаһының һәм өлкән ағаһының
фронтҡа китеүен хәтерләй. Ғаиләлә икенсе бала булған Сулпандан һуң тағы ла алты
бала үҫә. Ҙур ғаиләгә ашарға бешерергә,
кейемдәрен йыуырға, тегергә кәрәк
була. Ҡыҙҙың бала сағы бик тиҙ тамамлана: 1943 йылда, туғыҙынсы кластан һуң,
Сулпан 411-се нефть эшкәртеү заводына
эшкә килә.

Һуғыш ваҡытында завод оборонаға
эшләй. Ул “Молотов коктейле” өсөн
яғыулыҡ ҡатнашмаһы сығарған берҙәнбер предприятие була. Эшкә мәктәп
уҡыусылары ла йәлеп ителә.

- Әсәйем лаборант булып эшләй, параллель рәүештә киске мәктәпте тамамлай. Һуғыштан һуң нефть институтында уҡый, һуңынан заводҡа эшкә ҡайта,
хаҡлы ялға киткәнсе шунда эшләне, - тип
хәтерләй тыл хеҙмәтсәненең ҡыҙы Фира
Мусина. - Бөгөн әсәйем һау-сәләмәт. Ә
мин уның илебеҙҙең еңеүенә, ҡаланың
был маҡтаулы исемде алыуына ҡағылышы
булыуы менән ғорурланам. Миңә илдең
төрлө мөйөштәренән бик күп дуҫтарым
һәм туғандарым шылтырата, улар ҙа
был юғары дәрәжә әсәйебеҙ кеүек ябай
кешеләрҙең ҡаҙанышы тип иҫәпләй.

Эшелондар туҡталырға тейеш түгел

Ишембай районының Почетлы гражданы, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика
министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
Юнир Ғәзизовҡа һуғыш башланғанда биш
йәш була. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан,
ул фронтҡа ярҙам итергә кәрәклеген
аңлай. Беренсе кластан бөтә малайҙар
һәм ҡыҙҙар башаҡ, көнбағыш йыялар,
бесән әҙерләйҙәр. Ә бишенсе-алтынсы
класс уҡыусылары хатта нефть промыслаларында ярҙам итәләр: аттарҙа торбалар һәм ҡорамалдар ташыйҙар.

- Нефть эшелондары Өфө яғына ике
сәғәт һайын китә торғайны, - тип хәтерләй
Юнир Фәйез улы. - Ә ҡыштарын ул саҡта
бик ҡаты һыуыҡтар була торғайны: -
40 градусҡа тиклем етә, тимер юлдар
ҡар менән ҡаплана. Уларҙы таҙартыу
өсөн бөтә халыҡ сыға, көндөҙ ҙә, төндә
лә эшләйҙәр, сөнки эште туҡтатырға
ярамағанлығын барыһы ла белә.

Ғәзизовтарҙың ҙур ғаиләһе һуғыш
йылдарында ауырлыҡта көн күрә. Ғаилә
башлығы Фәйез Абдрахман улы фронтта була, һуғыштан ҡайтҡас та ул 411-се
нефть эшкәртеү заводына экспедитор булып эшкә урынлаша.
Ул йылдар Ишембайҙың Почетлы
гражданы Юнир Ғәзизовтың һәр саҡ
хәтерендә, тап шуның өсөн дә ҡалабыҙға
лайыҡлы исем биреү тураһында үтенес
менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе
лә ул була. Һәм был тырышлыҡ бушҡа
үтмәй.

- Беҙҙең ҡала халҡының һәр береһе
еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс һалды, -
тип һөйләй Юнир Фәйез улы. “Хеҙмәт
ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме, ниһайәт,
Ишембайға бирелеүенә бик шатмын.

Гимнастерканы робаға алмаштыра

Һуғыштан һуң нефть промыслаларына
ир-егеттәр ҡайта башлай.

Фәрихә Ҡорбан ҡыҙы Садиҡова
хәтерләүенсә, уның атаһы Хисмәтуллин
Ҡорбан Әхмәт улы Берлинғаса барып
етә, һуңынан тағы ла ике йыл хеҙмәт итә.
Һуғыш ветераны 1947 йылда ғына тыуған
яғына ҡайта. Ҡайтҡас та Кинйәбулат
нефть ятҡылығындағы быраулау
контораһына быраулаусы булып эшкә
урынлаша. Атаһының бригадаһы разведкалау менән шөғөлләнә, шуға ла төрлө
ергә күсенәләр.

- Беҙ ғаиләбеҙ менән күсенә инек,
һыйырҙы ла һәр ваҡыт үҙебеҙ менән
йөрөттөк, - тип хәтерләй ветерандың
ҡыҙы Фәрихә Ҡорбан ҡыҙы. - Бик татыу
йәшәнек, икмәк менән дә бүлештек,
ҡайғылар ҙа уртаҡ булды. Атайым
ошо бригадала эшләгән йылдарҙа Архангель, Стәрлебаш, Дәүләкән һәм
Бишбүләк райондарында йәшәнек.
1955 йылда Ишембайға ҡайттыҡ.
Ҡалабыҙҙың “Хеҙмәт ҡаһарманлығы
ҡалаһы” исемен алыуы тураһындағы
хәбәр миндә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Ата-бабаларыбыҙ үҙ хеҙмәте менән
уға лайыҡ. Ҡағыҙҙа танылыуҙантыш,
ҡаланың үҫеүен теләйбеҙ, уның башында
тороусыларҙың барыһы ла ошоға ынтылды.

Автор:Алёна Чернова
Читайте нас