- “Ишембай һуғыш йылдары осоронда” тип аталған 4-се залда беҙ “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы” һәм “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы дәрәжәләргә арналған күргәҙмә астыҡ, - тип уртаҡлашты музей фондын һаҡлаусы Фирүзә Ибраһимова. – Ишембай Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалалар исемлегенә инде: ата-бабаларыбыҙ фронтҡа нефть сығарыу менән генә түгел, ә машиналар эшләү өлкәһендәге хеҙмәте менән дә ярҙам итә. Шуға күрә ҡалабыҙ был почетлы исемгә лайыҡ.
Экспозицияға һуғыш осоронда эшләгән предприятиеларҙың, учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың төрлө приказдары, документтары ингән. Экспонаттарҙың бер өлөшө, шул иҫәптән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы” исеменә эйә башҡа ҡалаларҙың герб коллекцияһы, Ишембай хакимиәте фондынан алынған. Шулай уҡ документтар араһында, датаһы 2016 йыл, тип билдәләнгән йөкмәткеле папка бар. Унда Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы” исемен биреү буйынса барлыҡ документтар йыйылған.
Һуғыш осороноң һәм хәҙерге замандың архив документтары менән тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының эш ваҡытында танышырға мөмкин. Учреждение хеҙмәткәрҙәре һуғыш осоронда ҡалабыҙ үҫешенә күңелен һәм көсөн һалған кешеләр, шулай уҡ Ишембайҙың нисек итеп маҡтаулы исем алыуы тураһында һөйләйәсәк.