Бөтә яңылыҡтар
Ишембай - Еңеү өсөн
16 Ғинуар , 19:19

Ишембайҙар “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”нан булыуҙары менән ғорурлана

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем бирҙе. Был шатлыҡлы ваҡиға 15 ғинуарҙа беҙҙең ҡаланы һәм районды ғына түгел, ә бөтә республиканы ҡыуандырҙы.

Ишембайҙар “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”нан булыуҙары менән ғорурлана
Ишембайҙар “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”нан булыуҙары менән ғорурлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте етәксеһе Азат Ишемғолов был хаҡта үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Ә ишембайҙар – эксперттар һәм йәмәғәт фекере лидерҙары был хәл тураһында нимә уйлай?

Милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин:
- Шундай дәрәжәгә лайыҡ булыуыбыҙ бик ҡыуандыра, кесе Ватаныбыҙ һәм бөтә ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Муниципаль район һәм республика кимәлендә ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләү мөһим – барлыҡ ишембайҙарҙың да бер-береһен ҡотлау өсөн сәбәп бар. Әлбиттә, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусы Ишембайҙың һәр саҡ ошо юғары дәрәжәгә тап килеүен талап итә. Был ваҡиға тыуған яҡтың, ата-бабаларҙың тарихын тәрән өйрәнергә генә түгел, ә ҡалабыҙҙы тағы ла матурыраҡ төҙөкләндереү өсөн дәртләндерә. Шулай итеп, беҙ Ишембайҙың данлы тарихынан тыш, уның заманса йөҙө, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттары менән дә ғорурлана алабыҙ.
Ишембай районы Советы рәйесе, 1-се гимназия директоры Галина Баканова:
- Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ ҡала һәм район тарихын белергә, иҫтә ҡалдырырға, ғорурланырға һәм быуындан-быуынға тапшырырға тейеш. Шуға Рәсәй Президентының ҡарары әхлаҡи мәғәнәгә эйә. Хәҙер урындағы халыҡ үҙ ғаиләләренең, Бөйөк Еңеү өсөн алышҡан ата-бабаларының тарихы ни тиклем мөһим икәнлеген беләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бик дөрөҫ билдәләне – Ишембайға почетлы исем биреү Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән йылда символик рәүештә ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҡташтарыбыҙ фронтты нефть менән тәьмин итте. Ишембайҙың республикала бындай юғары дәрәжә алған икенсе ҡала булыуы күп нимә тураһында һөйләй.

Юнир Ғәзизов, Ишембай районының почетлы гражданы, ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы советы рәйесе, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре:

- Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем биреү – ул, тәү сиратта, беҙҙең ветеран-нефтселәргә матур бүләк, уларҙың ҡаҙанышын таныу. Һуғыш йылдарында һәр дүртенсе танкка Ишембай нефтенән алынған яғыулыҡ һалына. Айырыуса ҡалабыҙҙың фронтҡа ярҙамы 1942 йылда һиҙелә, ул саҡта немец ғәскәрҙәре Волга йылғаһын “яба” һәм илдең көньяғынан ҡара алтын килтереү мөмкинлеге булмай. СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры Николай Байбаков ул ваҡытта Ишембай еренән сығарылған яғыулыҡты “алтын нефть”тип атай.
Миңә биш йәш булғанда атайым фронтҡа китә. Ул Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се кавалерия дивизияһында һуғыша. Атайым Берлинға барып етеп еңеү менән ҡайтты. Ә беҙ, һуғыш балалары, танктар, самолеттар төшөрә инек, йәш кенә килеш эшләй башланыҡ. Беҙҙең быуын әле лә һынатмай. Ишембайға маҡтаулы исем биреү йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү өсөн дә мөһим, сөнки улар совет халҡына фашизмды тар-мар итеү ниндәй хаҡ менән бирелеүен белергә тейеш. Ҡала халҡы ҡайҙа ғына барһа ла үҙҙәренең Ишембайҙан икәнлеген ғорурлыҡ менән әйтһен!

Махсус хәрби операция ветераны, ҡала Советы депутаты Ринат Ҡолтоманов:

– “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме - ул беҙҙән алда эшләүселәрҙең ҡаҙаныштарын таныу ғына түгел, ә илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкәндәр тураһында хәтер һаҡлау бурысы ла. Ишембай хаҡлы рәүештә уға лайыҡ. Был тарихҡа индергән өлөштөң баһаһы, әммә ул киләсәккә йүнәлтелгән. Бындай исем яңы быуынды тыуған яҡ һәм ил мәнфәғәте өсөн тырыш хеҙмәт итергә этәрә. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙа ҙур эш башҡарылды, әммә йәштәребеҙ Ишембайҙы тағы ла данлар, тип ышанам.
Бөгөн, махсус хәрби операция ваҡытында, беҙҙең ҡала, бөтә Башҡортостан кеүек үк, үҙенең илһөйәрлеген күрһәтә. Халыҡ гуманитар ылау ебәреп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Мораль ярҙам күрһәтеү граждандарҙың берҙәмлегенә, Тыуған илгә һөйөүенә тағы бер дәлил булып тора.

Милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин:

- Шундай дәрәжәгә лайыҡ булыуыбыҙ бик ҡыуандыра, кесе Ватаныбыҙ һәм бөтә ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Муниципаль район һәм республика кимәлендә ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләү мөһим – барлыҡ ишембайҙарҙың да бер-береһен ҡотлау өсөн сәбәп бар. Әлбиттә, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусы Ишембайҙың һәр саҡ ошо юғары дәрәжәгә тап килеүен талап итә. Был ваҡиға тыуған яҡтың, ата-бабаларҙың тарихын тәрән өйрәнергә генә түгел, ә ҡалабыҙҙы тағы ла матурыраҡ төҙөкләндереү өсөн дәртләндерә. Шулай итеп, беҙ Ишембайҙың данлы тарихынан тыш, уның заманса йөҙө, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттары менән дә ғорурлана алабыҙ.

Ишембай районы Советы рәйесе, 1-се гимназия директоры Галина Баканова:

- Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ ҡала һәм район тарихын белергә, иҫтә ҡалдырырға, ғорурланырға һәм быуындан-быуынға тапшырырға тейеш. Шуға Рәсәй Президентының ҡарары әхлаҡи мәғәнәгә эйә. Хәҙер урындағы халыҡ үҙ ғаиләләренең, Бөйөк Еңеү өсөн алышҡан ата-бабаларының тарихы ни тиклем мөһим икәнлеген беләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бик дөрөҫ билдәләне – Ишембайға почетлы исем биреү Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән йылда символик рәүештә ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҡташтарыбыҙ фронтты нефть менән тәьмин итте. Ишембайҙың республикала бындай юғары дәрәжә алған икенсе ҡала булыуы күп нимә тураһында һөйләй.

Юнир Ғәзизов, Ишембай районының почетлы гражданы, ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы советы рәйесе, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре:

- Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем биреү – ул, тәү сиратта, беҙҙең ветеран-нефтселәргә матур бүләк, уларҙың ҡаҙанышын таныу. Һуғыш йылдарында һәр дүртенсе танкка Ишембай нефтенән алынған яғыулыҡ һалына. Айырыуса ҡалабыҙҙың фронтҡа ярҙамы 1942 йылда һиҙелә, ул саҡта немец ғәскәрҙәре Волга йылғаһын “яба” һәм илдең көньяғынан ҡара алтын килтереү мөмкинлеге булмай. СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры Николай Байбаков ул ваҡытта Ишембай еренән сығарылған яғыулыҡты “алтын нефть”тип атай.
Миңә биш йәш булғанда атайым фронтҡа китә. Ул Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се кавалерия дивизияһында һуғыша. Атайым Берлинға барып етеп еңеү менән ҡайтты. Ә беҙ, һуғыш балалары, танктар, самолеттар төшөрә инек, йәш кенә килеш эшләй башланыҡ. Беҙҙең быуын әле лә һынатмай. Ишембайға маҡтаулы исем биреү йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү өсөн дә мөһим, сөнки улар совет халҡына фашизмды тар-мар итеү ниндәй хаҡ менән бирелеүен белергә тейеш. Ҡала халҡы ҡайҙа ғына барһа ла үҙҙәренең Ишембайҙан икәнлеген ғорурлыҡ менән әйтһен!

Автор:
Читайте нас: