Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 19:10
Победа 1945-2020

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шайморатовсыларҙың исемлеген баҫтыра башлай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре хаҡында уникаль мәғлүмәттәр базаһын әҙерләгән. Унда дивизия яугирҙәре тураһында төп биографик мәғлүмәттәр тупланған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре хаҡында уникаль мәғлүмәттәр базаһын әҙерләгән. Унда дивизия яугирҙәре тураһында төп биографик мәғлүмәттәр тупланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың авгусында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты старт алды. Проект сиктәрендә библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса күп көс талап иткән архив эше ойошторолдо. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барылды: халыҡтан, хәрби комиссариаттарҙан, архивтарҙан мәғлүмәттәр йыйылды. Проектты ойоштороусылар күләмле эш башҡарып сыҡты – һуғыш осоро яугирҙәренең шәхси мәғлүмәттәре тупланған меңдәрсә документты өйрәнде, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың вариҫтарынан йөҙәрләгән анкетаны тикшерҙе.

Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән исемлек тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм аппарат белгесе Эльдар Яхин Мәскәү өлкәһе Подольск ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивында эшләне. Был — ил архивтары араһында иң ҙур учреждение. Бында 20 миллиондан ашыу архив эше һәм 60 миллион берәмек хәрби-медицина документы һаҡлана, шуларҙың 11 миллион самаһы архив эше Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡарай. Үҙәк архивта ҡоролтай эксперттары мәңгегә юғалған һалдаттар, генералдар һәм офицерҙарҙың шәхси иҫәбенә; Совет Армияһының орден-миҙалдары менән бүләкләнгән хәрбиҙәрҙең шәхси иҫәбенә рөхсәт алды. Әлеге ваҡытта материалдар системаға һалынған.

«Бөгөн ошо мәғлүмәттәр базаһынан тәүге йөҙ исем йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән дөйөм исемлектә әле 3812 персоналий бар», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин.

Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе составының исемлеге менән 8 майҙан 22 июнгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә», «Фейсбук» социаль селтәрендәге төркөмдәрендә танышырға мөмкин.

Исемлектәр көн һайын алфавит тәртибендә баҫыла. Йыйылған материалдар буйынса «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» тигән биографик белешмә әҙерләп нәшер итеү планлаштырыла.

Башинформ

Читайте нас: