Бөтә яңылыҡтар
3 Май 2020, 13:40
Победа 1945-2020

Ғосман ҡурайсы

Был мәҡәләмде Этҡол ауылының Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Сталинград һуғышын, Курск дуғаһын үткән, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған бабайым, данлыҡлы ҡурайсы Ғарифуллин Ғосман Тимерйән улының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

Был мәҡәләмде Этҡол ауылының Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Сталинград һуғышын, Курск дуғаһын үткән, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған бабайым, данлыҡлы ҡурайсы Ғарифуллин Ғосман Тимерйән улының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

Алатау итәгендә һыҙылып таң ата... Һандуғастың өҙҙөрөп һайрауынан, барлы-юҡлы бер нисә әтәс ҡысҡырыуынан, хужаһыҙ ҡалған ауыл көсөктәренең сәңкелдәүенән һиҫкәнеп уянды бөгөн Ғосман. Арҡыяландан таңға табан ғына ҡайтып ятҡайны. Ундағы баҫыу эштәрен алып барған 10-15 йәшлек малай-ҡыҙҙар янына барып, эш ҡоралдарының төҙөклөгөн, һабанға егелгән үгеҙҙәрҙең именлеген, аҙыҡ-түлектең теүәллеген үҙ күҙҙәре менән барып күрҙе. 9 майҙа колхоз идаралығында баҫыу эштәренең торошо буйынса тәҡдимдәр индереү уға тапшырылғайны. Барған арала бер-нисәһенең сабатаһын да йүнәтеп бирҙе. Бригадир булып эшләүсе Мәликә һеңлеһенән, хисапсы Хәкимәнән сәсеү өсөн килтерелгән арыш орлоғоның етеү-етмәүен, Кинйәкәү һәм Сәлих МТС-тарынан килгән СТХЗ тракторының нисек эшләүен белеште.

- Ағай, беҙҙә бөтәһе лә үҙ урынында. Атайымдан хәбәр юҡмы? - тип өндәште уға ике туған ҡустыһы Сәғит.

- Юҡ, ҡустым. Бер нисә көн элек кенә Ижауҙан (авт. Ижевск) хәбәр алғайныҡ бит.

- Беҙгә тракторға сәләрке, ыумас бешерер өсөн бер аҙ он кәрәк булыр. Йәш алабута менән ҡуҙғалаҡ япрағы, ҡуян тубылғыһы һәм балтырғандың көпшәләрен етәрлек йыйҙыҡ, ағай. Шиҙенән тотолған бәрҙе балығы ла бар. Балыҡ һурпаһын тәмләп ҡара, Ғосман ағай, телеңде йоторлоҡ.

- Күрәм, энекәштәр, бик тырышаһығыҙ, - тине Ғосман, - һеҙ көтөгөҙ, Гитлер дөмөктө, Берлин беҙҙең ҡулда, тик фашистарҙан Праганы ғына азат итәһе ҡалды. Кисә ҡара эшләпәнән Левитан Совет хөкүмәтенең белдереүен уҡыны. Бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән еңеүҙе көтә бит, балалар.

- Атай, - тип өндәште Мәрйәм ҡыҙы.

- Гитлер дөмөктө тиһең бит. Шулай булғас, уйна әле еҙ ҡурайыңды, бейеп алһындар тиҫтерҙәрем.

Ғосмандың ҡулынан сабата үреү өсөн ҡулланылған шөшлөһө төшөп китте.

- Әйҙә инде, Ғосман ағай инәлтмә, яҡшы хәбәреңә беҙ ҙә шатланайыҡ, сабаталарыбыҙ туҙғансы дер һелкетәйек Алатауыбыҙҙы.

Күңел асыу бик оҙаҡ барманы. Бер ҡулына һуҡыр шәм тотҡан һәм йәйләү өсөн яуаплы булған Хаммат ҡарттың:

- Ярар, балалар, туҡтайыҡ булмаһа. Таң менән эшкә бит. Ғосман энекәшкә лә тауҙан төшәһе бар, уның яраһы ла төҙәлеп бөтмәгән, - тигән һүҙҙәре туҡтатты.

Һарыҡ тауҙары араһындағы үҙәндән Ҡарамалығол шишмәһенә килеп төшкәндә дөм ҡараңғы ине инде. Һалам түбәле, ярым-емерек ауыл йорттарының береһендә лә ут юҡ. Йәшәү туҡталып ҡалған кеүек тойолдо Ғосманға. Етмәһә, яраһы ла үҙен һиҙҙертеп һыҙлай. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа Сабирйән ағаһы менән был үҙәндән йыш ҡына һунарға, Арҡырыялан тауына һә тигәнсе менеп етәләр ине. Хәҙер килеп, төҙәлеп бөтмәгән яра тамам теңкәһенә тейә Ғосмандың. “Булыр, булыр, ҡәбәхәт Гитлер тамуҡ утында яна бит инде!” - тип үҙ алдына һөйләнеп Һәләүек йылғаһына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Яҙғы ташҡын менән Әсеяландан уҡ ағыҙылған һал ағастары күперҙең яртыһын емереп, ағыҙып алып киткәйне, тиҙ арала йүнәтергә кеше лә юҡ, бөтәһе лә баҫыу эшендә.

...Бынан бер йыл элек, яу ҡырынан ауыр йәрәхәтләнеп ҡайтҡан һалдатты агроном итеп ҡуйҙылар. Ҡаршылашты яугир, үҙенең теләген дә әйтеп ҡараны “Ҡыҙыл штык” колхозы идараһында.

- Беҙҙең өсөн фронт бында, шуны онотма, Ғосман! - тине яңы ғына һуғыштан яраланып ҡайтҡан Яҡуп Бәҙретдин улы.

Ғосманға туғыҙ йәш булғанда атаһы Тимерйән ҡарт вафат булып, әсәһе Мәҙинә менән Миңлебай ҡустыһын, Фатима һеңлеһен айырым донъя көтөүсе оло ағаһы Сабирйән ҡарауға алғайны.

1917 йылдың көҙөнән 1930 йылға тиклем бер йортта күмәкләшеп донъя көттөләр. Ғосманға Һайран ауылынан Ғөбәҙә Низаметдин ҡыҙын димләп, никах уҡытып өйләндереп, башлы-күҙле иттеләр. Һуғышҡа тиклем Мәрйәм, Рауил, Кәбир исемле балалары донъяға килде. Күп балалы ата-әсә булыуына ҡарамаҫтан, Ғөбәйҙә лә, Ғосман да бер көн колхоз эшен ҡалдырманы. Иң күп “трудодень”гә эшләүҙә улар алдынғылар исемлегендә ине. Исемдәре лә Маҡар районының “Алға” гәзите биттәрендә йыш күренде.

- Ғосман, тор инде, таң атып килә бит. Баҫыуға барып, арышыңдың сығыуын тикшерәм, тигәйнең бит, - тип уятты уны ҡатыны.

- Тауҙа Мәрйәм, Рауилды күрҙеңме? Бүтәндәре нисек, ауырымайҙармы? Кәбир улым менән Йосоп ҡәйнеш үгеҙҙе арбаға егеп тә ҡуйҙылар. Күрше Хәйретдин ҡайнаға ла ағас һуҡаны һәм талдан үрелгән кәрзинде төҙәтеп бирҙе.

- Ғөбәйҙә, бөтәһе лә яҡшы. Мин идаралыҡта, унан һуң Ҡыҙҙар тауы итәгендә баҫыуҙан таш йыйҙырам, Һәләүек күпере менән нимәлер эшләргә кәрәк, - тип колхоз идаралығына йүнәлде Ғосман. “Ҡыҙыл штык” хужалығының идаралығы тирә-яҡҡа билдәле булған дини шәхес Мәхмүт ишандың вариҫтары йәшәгән алты мөйөшлө ҡарағай йортта урынлашҡан. Бер нисә класс белеме булған рәйес, бригадир, агроном һәм хисапсынан торған етәкселәр игенселек, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүҙе ойоштора. Бөтә ил кеүек улар ҙа “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә еңеү өсөн!” тигән саҡырыу аҫтында эшләй. Шәм яҡтыһында яугирҙар өсөн бейәләй, ойоҡ-ойоҡбаштар бәйләп, йыл әйләнәһенә фронтҡа посылка менән ебәреп торалар.

Бер-нисә йыл барған көсөргәнешле һуғыш хужалыҡты бөлгөнлөккә төшөрҙө, бөтә илдәге кеүек ауыл халҡы ла аслытуҡлы “трудоденгә” эшләп, берҙәм хужалыҡты һаҡлап алып ҡала алды. Күп кенә йорттарға Ленинградтан һәм Харьков өлкәһенән килгән 43 кешене урынлаштырҙылар. Ауыл һәм йәмәғәт эшендә улар ҙа ҡулдан килгәнсә тырышты. Оло Еңеүгә ҡарт-ҡоро, бала-саға индергән өлөштөң бәйәһен бер кем дә билдәләй алмай һәм алмаясаҡ та.


Еңеү хәбәре


Һабан турғайының өҙҙөрөп һайрауына илһамланып барған Ғосман кемдеңдер ҡапыл ҡысҡырыуынан һиҫкәнеп китте:

- Еңеү! Уррраа! Еңеү! Сталин бабайыбыҙ бөгөн Еңеү көнөн иғлан итте! Бөтәбеҙ ҙә ял итәбеҙ! Бөгөн байрам!

- Был ысын хәбәрме ни? Кем әйтте?

- Райком. Кем булһын инде.

Аҙнайҙан килгән юлсыны ҡосаҡлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Ғосман, был хәбәрҙе ауылдаштарына еткереүҙе һораны ла, үҙе Ҡыҙҙар тауына табан, әйтерһең дә, ауыр яралары булмаған кешеләй, бар донъяһын онотоп, йүгерәатлай үрләй башланы.

Тауҙың яртыһына күтәрелгәс, артына әйләнеп ҡарап бер нисә ҡатынҡыҙҙың баҫыуҙа икәнлеген күрҙе. Бер аҙ ваҡыттан Ҡыҙҙар тауы итәге һәм Һәләүек үҙәне ҡурай моңона күмелде.

Баҫыуҙа эшләүсе Сабира, Сәғиҙә, Сәбилә, Хәҙисә был күренешкә аптырап ҡалды:

- Кисә төнөн Арҡыяландан ҡурай тауышы ишетелә ине. Ниңә Ғосман шулай уйнай икән? Әллә бер-бер хәл булдымы икән ағайыңа, Мәликә һеңлекәш?

Әле генә эргәләренә йүгереп, ни тип әйтергә лә белмәй, тынһыҙ ҡалған Мәликә:

- Еңеү бит, апайҙар! Ағайым иртән үк белеп, ҡурайында уйнай, әйтерһең дә, Аҙнай, Уразбай, Бәләкәй Мәҡсүт һәм Этҡол халҡы ҡыуаныслы хәбәрҙе ҡурай моңдары аша ишетергә тейеш... Мәликә Рабиға апаһы менән Ҡыҙҙар тауына менеп китте.

- Туғандарым, һуғыш бөттө. Еңдек ҡәбәхәтте. Сабирйән ағайым, Миңлебай, Әбүталип, Минийәр ағайҙар, Хантимер менән Абделәхәт кейәүҙәр ҙә тиҙҙән ҡайтыр. Көтәйек.

Уң ҡулында Мәликәһен, һул ҡулында Рабиғаһын ҡосаҡлап, оҙаҡ ҡына илайилай ултырҙы туғандар. Шатлыҡлы тынлыҡты Мәликә һеңлеһе боҙҙо:

- Ағай, ауыр булмаһа, һөйлә әле беҙгә лә һуғыш юлдарыңды, эсең әҙерәк бушап ҡалыр. Ғосмандың хәтирәләре Граждандар һуғышы, коллективлаштырыу йылдарына әйләнеп ҡайтты. Беренселәрҙән булып “Машинное дело” колхозына инә ул, төрлө эштәрҙә йөрөй, һәр саҡ тәүгеләрҙән була. Ғаиләһендә балалары ла үҫеп килә.

- “Мимес” (авт. Ғосман бабайым немецте шулай атаған булған) кенә был тормошто боҙҙо, яндырҙы, ҡараңғылыҡҡа батырҙы. Күпте күрергә тура килде. Байморат менән Алкинола әҙерлек үткәс, 375-се Уҡсылар полкын Дон далаларына алышҡа ебәрҙеләр. Ҡорал етешмәй. Командир “атака ваҡытында дошмандан алырһығыҙ, иптәш ҡыҙылармеецтар...”, ти. Иң ауыры Сталинградта булды. Һалдаттар араһында “Кем Сталинградта һуғышмаған - ул һуғышты белмәй!” тигән һүҙ йөрөй торғайны. Ике йөҙ көн барған был алышта беҙҙең дә өлөш бар, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын юҡҡа ғына бирмәйҙәр! 572-се Уҡсылар полкы сафында Курск дуғаһында, Белгород, Харьков, Полтава һәм Кременчуг ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. 1944 йылдың 8 мартында ауыр яраланғандан һуң Тефлис ҡалаһының 1051-се госпиталенә оҙаттылар.

(Дауамы бар).

Юнир ҒАРИФУЛЛИН. Этҡол ауылы.

Читайте нас: