Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 16:29
Победа 1945-2020

Был көн мәңге йәшәр йөрәктәрҙә!

Бөгөн, 29 апрелдә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына Һамар өлкәһе ҡушылды.

Бөгөн, 29 апрелдә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына Һамар өлкәһе ҡушылды.

Был өлкәнең географик сиктәре картала йөрәк һүрәтенә оҡшаш. Һәм бөгөн Бөйөк Еңеүҙең гимнына әйләнгән йыр унда ҡатнашыусыларҙың йөрәк тибешенә ҡушылып, илһөйәрлек рухы тарата. Һамар өлкәһе эстафетаны Башҡортостан Республикаһынан ҡабул итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Волга буйы федераль округында барған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны 25 апрелдә башланғайны. Көн һайын бер төбәктең ижади коллективы, йәмәғәт әүҙемселәре данлыҡлы “Еңеү көнө” йыры туған телендә башҡара. Был сара урындағы һәм федераль телеканалдар, радиостанциялар аша тапшырыла, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.

Марафон өсөн видеояҙмалар эшләү, йырҙы яҙҙырыу Волга буйы федераль округтарында коронавирусҡа бәйле үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылды.

Һамар өлкәһенән проектта легендар ижади коллектив – П.М. Милославов исемендәге рус халыҡ хоры ҡатнаша. Уларҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында бик күп һөйләргә мөмкин.

“Волга дәүләт рус халыҡ хорының 65 йылдан ашыу дауам иткән барлыҡ эшмәкәрлеге бөйөк илебеҙҙең мәҙәни байлығын һаҡлауға, илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, - тип билдәләй коллективтың директоры Виталий Натаров. – Тап шуға күрә лә артистар был марафонда ҡатнашыуҙы изге бурыс тип ҡабул итте. Беҙ был халыҡ акцияһына ҙур ғорурлыҡ менән ҡушылдыҡ”.

Йырҙы башҡарыусылар яҡташтарына һәм акцияла ҡатнашҡан күршеләренә төбәп ҡыҫҡа ғына мөрәжәғәт тә яҙҙырған. Унда Куйбышев өлкәһенән Бөйөк Ватан һуғышына ярты миллион самаһы кеше юлланыуы хаҡында әйтелә. Уларҙың һәр икенсеһе әйләнеп ҡайтмаған. Еңеү өсөн көрәш тылда ла көслө барған. Һуғыш йылдарында Куйбышев “запас баш ҡала” статусын ала, был хаҡта бөтә донъяға билдәле. Бында легендар Ил-2-ләр һәм Сталин өсөн бункер эшләнә.

Тап Куйбышевта Шостакович үҙенең данлыҡлы Етенсе симфонияһын тамамлай. Бынан бөтә донъяға Юрий Левитан Совет мәғлүмәт бюроһының хәбәрҙәрен тапшыра. Ә инде 1941 йылдың 7 ноябрендә Куйбышевта үткән парад хәрби тарихыбыҙҙың сағыу бер битенә әйләнгән.

Һамар өлкәһе эстафетаны Татарстан Республикаһына тапшыра.



#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Фото: regionsamara.ru

Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: