Квиз уйыны – интеллектуаль уйын, был сарала хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ белемен арттырыу мөмкинлеге лә булды. Шәфҡәт туташтары ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп кенә ҡаламаны, ә үҙ таланттары менән дә уртаҡлашты. Ишембай районы халҡын ҡабул иткән аҡ халатлылар араһында бынамын тигән йырсылар, бейеүселәр бар. Был сара ысынын да күңелдәрҙе дауалап, кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе.
Автор фотолары һәм видеоһы.