Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2021, 18:18

Видео төшөр, вайн уйла һәм аҡса от!

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тигән вайндар, мемдар һәм видеороликтар конкурсы иғлан иткәйне. Әүҙем булмышлы, ижади ҡарашлы кешеләр үҙҙәренең эштәрен ебәрә башланы ла, әммә беҙ һеҙҙән тағы ла ҡыҙыҡыраҡ ижад емештәрен, сағыуыраҡ сюжеттар – вакцинациялауҙы хуплаған вайндар, мемдар, видеороликтар көтәбеҙ!

Видео төшөр, вайн уйла һәм аҡса от!
Видео төшөр, вайн уйла һәм аҡса от!

Бәйгенең шарттары үтә ябай һәм һәр кемдең ҡулынан килерлек.

Онотмағыҙ! Бәйгенең дөйөм приз фонды 300 мең һум тәшкил итә!

Еңеүселәр өс номинацияның һәр ҡайһыһында айырым билдәләнәсәк һәм түбәндәге приздарға лайыҡ буласаҡ:

I урын – 50 мең һум, II урын – 30 мең һум, III урын – 20 мең һум.

Конкурс ағымдағы йылдың 27 июленән 26 августҡа тиклем бара.

Шарттарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

1. Вайндар һәм видеороликтар төшөрөгөҙ, мемдар уйлап табығыҙ;
2. @mass_media_rb билдәһе аҫтында социаль селтәрҙәргә һалығыҙ;
3. #вместевируспобедим#язавакцинацию хештегтарын ҡуйығыҙ.

Конкурстың тулыраҡ ҡағиҙәләре һәм шарттары менән http://xn--90aj4ac.xn--p1ai/%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8/1547-prikolnis-v-podderzhku-vakcinacii-i-poluchi-50-30-20-tysyach.html һылтанмаһы буйынса Башҡортостандың Журналистар союзы сайтында танышырға мөмикн.

Эштәрегеҙҙе түбәндәге электрон адресҡа ебәрегеҙ: [email protected].

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-07-83.

Автор:
Читайте нас: