0 °С
Болотло
Республика буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 1294-се саҡрымында 22 йәшлек Стәрлетамаҡ егете ултырған Geely Emgrand канауға төшөп киткән һәм ағасҡа бәрелгән.
Ишембай районынан 22 йәшлек пассажир ваҡиға урынында йән биргән. Водитель дауахананың реанимация бүлегенә оҙатылған. Тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Тәүлек эсендә республика юлдарында һигеҙ автомобиль фажиғәһе теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, унауһы йәрәхәтләнгән.