

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ғинуарында ҡала маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был исем илдең халҡы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән, тылда хәрби һәм граждандар производстволарында эшләгән, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек һәм хеҙмәт батырлығы күрһәткән ҡалаларына бирелә.
«Хәҙер стела ҡуйыу бурысы тора. Процедуралар башланған. Халыҡ стела ҡуйыу өсөн урын һайлаған», — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Фото редакция архивынан