Новости
8 Апреля , 06:00

Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Шаран районында «Дәүләт» позывнойлы МХО яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында һөйгән ҡыҙы Ангелинаға өйләнгән. Улар Шаран ауылы ЗАГС-да никахтарын рәсми теркәгән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алғанШаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған
Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Йәштәр ике йыл осрашып йөрөгән. Иҫке Томбағош ауылынан «Дәүләт» 2023 йылдан алып МХО биләмәһендә хеҙмәт итә.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре уларға никах таныҡлығын тапшырҙы. Ғаилә башлығы тиҙерәк тыуған яғына еңеү менән ҡайтһын, кәләше менән тыныс тормошта бәхетле ғүмер кисерһен тигән теләктәр яңғыраны.

 

Фото: «Башҡорт батальоны» | телеграм-канал

Автор:ИА «Башинформ»
Читайте нас