Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 08:30

“Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге” Ватанды ҡурсалай

Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» ижади фестиваль-конкурсының беренсе этабы старт алды.

“Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге” Ватанды ҡурсалай
“Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге” Ватанды ҡурсалай

Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестиваль-конкурсының беренсе этабы старт алды. Унда Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева ла ҡатнашты.

– Бындай фестивалде уҙғарыу – Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡаттнашыусылар – беҙҙең өсөн төп кешеләр. Шул нигеҙҙә мөһим идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо сараға йыйылғандарға тәбрикләү һүҙендә. – Был залда геройҙарыбыҙҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары, шул иҫәптән – яуҙа һәләк булғандарҙың әсәләре һәм ҡатындары. Һеҙ борсолаһығыҙ, ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлаған туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, бөтә яугирҙар өсөн доға ҡылаһығыҙ. Беҙгә, ир-егеттәргә, ышаныслы таяныс булып ҡалған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре һәм түбән сәждә. Яугирҙәребеҙ еңеү менән ҡайтһын өсөн бергәләп барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Республикабыҙ һәм илебеҙ алға барһын.

Сараның беренсе өлөшө «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалында уҙғарылды. Унда ауыр йәрәхәттәр алған ветерандарға ҡул менән идара ителгән өс автомобиль һәм өҫтәмә функциялары булған ултырғыс-коляскалар тапшырылды.

Артабан ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залында дауам итте. Фестиваль-конкурс түбәндәге темаларға арналды:

-Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары фронт янындағы госпиталдәрҙә эшләй, ирекмәндәр яралы яугирҙәргә ярҙам күрһәтә;

-республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өҫтөнлөклө сара булып тора. Төбәктә хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә 55 ярҙам сараһы күрһәтелә. Башҡортостан – шулай уҡ махсус хәрби операция һәм уларҙың социаль адаптацияһы ветерандарын эшкә урынлаштырыу буйынса илдә лидерҙарҙың береһе;

-хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә комплекслы һауыҡтырыу реабилитацияһы һәм ярҙамы киңәйә. Республиканың шифаханаларында һәм махсуслаштырылған үҙәктәрендә туғыҙ меңдән ашыу кеше аяҡҡа баҫтырылды;

-беҙҙең төбәк халҡы МХО биләмәһенә 20 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатты. Махсус хәрби операция башланғандан алып төбәктән 174 гуманитар конвой ебәрелгән, шул иҫәптән 1,5 меңдән ашыу автомобиль, мең берәмек техника һәм ҡорамал, 11 меңдән ашыу дрон, медикаменттар һәм башҡа кәрәкле йөк тапшырылған;

Башҡортостандан Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары ил тарихына мәңгелеккә индерелгән. Беҙҙең республикала тыуып үҫкән 16 кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды.

А.Королев фотоһы.

Автор: "Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас