Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин оборона буйынса комитетҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында законға үҙгәрештәр индереү хаҡында тейешле закон проектын ебәргән.
Яугирҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының ихтыяжынан сығып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында ҡануниәтте камиллаштырыу мөһим, тип билдәләне парламент спикеры.
«Ошо законды ҡабул итеү яуҙа яраланған һалдат һәм офицерҙар өсөн өҫтәмә социаль гарантияларҙы нығытырға, уларҙы һауыҡтырыу өсөн кәрәкле шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк», — тип өҫтәне Вячеслав Володин.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков