Республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһе барышында тармаҡтағы хәлгә аңлатма биреп, был өлкәнең артабанғы үҫешенең мөһимлеген билдәләне: "Юл буйы инфраструктураһының яңы объекттары барлыҡҡа килә, ҡайҙалыр булғандары яңыртыла. Был – иҡтисадтың етди өлөшө. Бындай объекттар автотуризм өсөн яҡшы нигеҙ булып тора. Шул уҡ ваҡытта, артабан да эшләргә кәрәк”, - тине ул.
Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров 2025 йылда юл буйы сервисын үҫтереү йомғаҡтары тураһында отчет менән сығыш яһаны.
2025 йылда 173 яңы объект файҙаланыуға тапшырылды (инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,38 млрд. һум тәшкил итте) һәм 174 объектҡа ҡарата модернизация үткәрелгән (инвестицияларҙың дөйөм күләме 398,73 млн һум). Бөгөнгә дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйлап 2300-ҙән ашыу ғәмәлдәге юл буйы сервисы объекты урынлаштырылған.
Әлеге ваҡытта республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында ете миллиард һум самаһы инвестиция күләме менән 70-тән ашыу тәҡдим әҙерләнә. 3,6 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында 37 килешеү һәм 0,9 миллиард һумлыҡ дүрт инвестиция килешеүе төҙөлгән.
Башҡортостанда юл буйы сервисы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырылған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 15 апрелендәге 175-се ҡарары менән раҫланған 2025-2030 йылдарға Башҡортостан Республикаһы территорияһында юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы менән 1000 яңы һәм үҙгәртелгән объекттар буйынса маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнде.
Юл буйы сервисын үҫтереү өсөн Башҡортостан Республикаһында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Республикала бер нисә дәүләт ярҙамы сараһы ғәмәлдә – ер участкаларын сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға алырға мөмкин, һалым өҫтөнлөктәре ғәмәлдә; проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында инвесторҙарға ярҙам итеү тормошҡа ашырыла; инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән һөҙөмтәле ведомство-ара хеҙмәттәшлек төҙөлгән.
Айгөл РӘХМӘТУЛЛИНА, “Өфө” туризм-мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының йәмәғәтселек советының туризм буйынса комиссияһы рәйесе:
- Һуңғы ваҡытта төбәктә үҙаллы сәйәхәт итеүсе ҡунаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Йыш ҡына был - шәхси автомобилдәрҙә ғаилә сәйәхәттәре. Тап ошондай сәйәхәтселәр өсөн юл буйындағы кафе ял итеү урыны булып китә, ә ҡайһы берҙә бындай инфраструктура ҡотҡарыу пункттары булып тора. Шуға күрә төбәк властары тарафынан юлдарҙы һәм юл яны инфраструктураһын (кафе, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, санитар пункттар) үҫтереүгә йүнәлтелгән иғтибар мультипликатив эффектҡа эйә. БР - илебеҙҙең ҙур төбәктәренең береһе, шуға күрә ҡыҙыҡлы туристик локацияларҙа турҙар үткәргәндә, туроператорҙар юлда туҡланыу предприятиелары һәм санитар пункттар булыуын иҫәпкә алып логистика төҙөй. Бизнесты ойоштороу өсөн льготалы шарттар булдырыу, сауҙаһыҙ ер участкалары, һалым льготалары һәм проекттарҙы оҙатыу, инженер селтәрҙәренә тоташыуҙа һәм автомобиль юлдарынан төшөүҙе тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан әҙерләнгән юл буйы сервисы объекттарына берҙәм талаптар – былар барыһы ла булышлыҡ итә.
Фото: социаль селтәрҙән.