Кирилл Рогозников 2014-2015 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен тултырғандан һуң оборона министрлығы менән контракт төҙөй, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә. Хәрби тәжрибәһенең махсус операцияла ла файҙаһы тейә. Гвардия кесе лейтенанты званиеһын ала. Яралана. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән осорҙа хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Авдеевканы алған өсөн», «Хәрби разведкала хеҙмәт иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Фото: Дыуан районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр