Новости
31 Января 2024, 07:00

Башҡортостан Дәүләт Думаһына пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыуҙан яҡлау тураһында закон проектын индерҙе

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына Рәсәй Хеҙмәт кодексының 179-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын тәҡдим итте. Документ Дәүләт Думаһы рәйесенә ебәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Дәүләт Думаһына пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыуҙан яҡлау тураһында закон проектын индерҙеБашҡортостан Дәүләт Думаһына пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыуҙан яҡлау тураһында закон проектын индерҙе
Башҡортостан Дәүләт Думаһына пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡыҫҡартыуҙан яҡлау тураһында закон проектын индерҙе

Закон проектында хеҙмәткәрҙәрҙе йәки штатты ҡыҫҡартҡанда эш урынын һаҡлап ҡалыу хоҡуғына эйә булғандар исемлеген пенсия алды йәшендәгеләр (хаҡлы ялға тиклем биш йәки унан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалһа) менән тулыландырыу күҙ уңында тотола. Был уларҙың эшен юғалтҡан осраҡта артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге аҙ булыуы һәм пенсияға дәғүә итә алмауы менән аңлатыла.

 
 
 
Фото редакция архивынан
Автор:
Читайте нас