Новости
20 Января 2024, 06:00

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киңәйтелә

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2024 йылдан «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы яңы йүнәлештәр менән тулылана.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киңәйтелә«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киңәйтелә
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киңәйтелә

Ведомство етәксеһе республиканың Дәүләт Йыйылышындағы кәңәшмәлә әйтеүенсә, проектҡа Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡаҙағстанға турҙар өҫтәлде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланды. Төп маҡсат - оло быуын вәкилдәренең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу. Хаҡлы ялдағылар Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре буйлап сәйәхәт итергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас