Новости
15 Января 2024, 09:00

Яугир МХО-нан кәләш менән ҡайтып төшкән

«Борзый» позывнойлы яугир, Юрий исемле егет тыуған районы Ауырғазыға килен алып ҡайтҡан. Катерина Донецк ҡалаһында тыуып үҫкән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир МХО-нан кәләш менән ҡайтып төшкәнЯугир МХО-нан кәләш менән ҡайтып төшкән
Яугир МХО-нан кәләш менән ҡайтып төшкән

Яҡташыбыҙ - пулемёт взводы командиры. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндән һуң ял ваҡытында һалдат Катерина менән танышырға өлгөргән. Юрий ҡыҙға күп милләтле Башҡортостан, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында һөйләгән. Катерина барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм егеттең ата-әсәһе менән танышырға ризалашҡан.

Хәрбиҙең ата-әсәһе Катеринаны бик йылы ҡабул иткән. Улар ҡыҙҙы милли ризыҡтар менән һыйлаған.

«Бауырһаҡ һәм ҡаҙылыҡ бик оҡшаны. Башҡа бик күп ризыҡтарҙы ашап ҡараным, әммә исемдәре иҫтә ҡалманы. Барыһы ла бик тәмле һәм үҙенсәлекле», — тип белдергән Катерина.

Тиҙҙән «Борзый»ҙың ялы тамамланасаҡ һәм үҙе хеҙмәт иткән полкка юлланасаҡ. Донбассҡа Катерина ла ҡайтырға әҙерләнә, уны эше көтә.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_70089

Автор:
Читайте нас