

Башгидромет фаразына ярашлы, 23 декабрҙә республикала боҙлауыҡ булыуы, айырым райондарҙа төндә һәм иртән 500 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан төшөүе көтөлә.
Шәмбе көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Төндә айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13°, көндөҙ -2, -7°.