Новости
18 Августа 2023, 13:00

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ял көндәре эҫе, әммә ямғырлы буласаҡ.

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланыСиноптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы
Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Мәҫәлән, шәмбе, 19 август, яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +27,+32°.

Йәкшәмбе, 20 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә +12,+17°, төньяҡта +7°, көндөҙ +20,+25°, көньяҡта +30°күрһәтәсәк.

Бөгөн, 18 августта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +28,+33°.

 

Дарья Субботина

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас