Новости
14 Августа 2023, 07:00

Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы өс көндә республикала эҫе буласаҡ. Бөгөн, 14 августа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа температураһы + 24, +29°.

Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразланаБашҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана
Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана

Шишәмбе, 15 августа, шулай уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Төндә термометрҙар +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32° күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 16 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +13, +18°, көндөҙ +26,+31°.

 

Башинформ

Рәйлә Ғәниева фотоһы

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас