

Һәләк булғандар иҫәбендә —Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуып үҫкән 32 йәшлек Гөлнара С. һәм уның ике кескәй балаһы. Өлкәне — ике йәштә, икенсеһе ике айлыҡ ҡына. Ғаилә Ҡазанда йәшәгән, Гөлнара Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, Татарстан Фәндәр академияһының халыҡ ижады бүлеге ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән.
Яҡташыбыҙҙы һәм уның балаларын 1 августа Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында ерләйҙәр.
Гөлнараның ире әлеге ваҡытта ауыр хәлдә Волжск дауаханаһында ята.
Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов хәбәр итеүенсә, һәләк булған әсәне һәм уның сабыйҙарын алып ҡайтып ерләү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Реквизиттар: 4276 0600 1429 2828, Һаҡлыҡ банкы картаһы. Алыусыһы: Рима Фәрит ҡыҙы Я. (Гөлнараның әсәһе).
Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото:социаль селтәрҙәр