Новости
12 Июля 2023, 06:00

Ашығыс ярҙамға ихтыяж артҡан...

Һаулыҡ һаҡлау министры түҙеп торғоһоҙ селләлә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә саҡыра...

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  үҙенең телеграм – каналында ашығыс ярҙамдың ҙур көсөргәнеш менән эшләүен белдергән. Кисә төшкә тиклем генә лә ашығыс ярҙам подстанцияһы 1500-ҙән ашыу саҡырыу алған. Эҫелек арҡаһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре  һәм гипертония криздары менән яфаланыусыларҙан медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны артҡан. Хәүеф төркөмөндә – өлкән йәштәгеләр, ауырлы ҡатындар, балалар, тән ауырлығы артыҡ булған һәм эндокрин тайпылыштарға дусар кешеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министры түҙеп торғоһоҙ селләлә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә саҡыра:

ҡояшта булыу ваҡытын ҡыҫҡартығыҙ;

һыу-тоҙ балансын дөрөҫ тотоу өсөн тейешле кимәлдә һыу эсегеҙ;

физик көсөргәнеш талап иткән эштәрҙән тыйылып тороғоҙ;

үтә майлы һәм аҡһымға бай аҙыҡтарҙы сикләгеҙ;

хроник сирҙәргә дусар пациенттарҙың табип кәңәштәрен мотлаҡ үтәүҙәре, тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы ҡабул итеүе бик мөһим. Алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла!

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас