Новости
7 Июня 2023, 07:00

Алдағы көндәрҙә республикала 25 градусҡаса йылыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана.

Алдағы көндәрҙә республикала 25 градусҡаса йылытаАлдағы көндәрҙә республикала 25 градусҡаса йылыта
Алдағы көндәрҙә республикала 25 градусҡаса йылыта

Бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

8 июндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан, көнбайыштан талғын, көндөҙ төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көндөҙ +20, +25.

9 июндә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +18, +23.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас