

22 апрелдән 22 майға хәтлем республика дүртенсе тапҡыр «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушыла. Уның барышында республикала геройҙар – Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә аллеялар асыла. Урмансылар үҫентеләрҙе ултыртырға әҙерләй башлаған да инде.