Новости
7 Апреля 2023, 08:33

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе водителдәрҙе иҫкәртте

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов 7 апрелдә үҙенең телеграм-каналында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте.

«Әбйәлил һәм Белорет райондарында ҡар яуған. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, автомобилдәр араһында тейешле арауыҡты һаҡлағыҙ. Йәйге тәгәрмәстәргә күсергә өлгөргән водителдәргә был райондарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.

 

Дарья Субботина

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас